Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 21:30

Баҡсасыларҙың бурысы – 53 миллион һум

Башҡортостан баҡсасыларының электр энергияһы өсөн бурысы 53 миллион һумға етте.

Баҡсасыларҙың бурысы – 53 миллион һум
Баҡсасыларҙың бурысы – 53 миллион һум

Башҡортостан баҡсасыларының электр энергияһы өсөн бурысы 53 миллион һумға етте.

Ә бит ул 2022 йылдан алып 36 процентҡа кәмене әле, ул саҡта 83 миллион һум ине, ти “Башэлектросбыт” компанияһының генераль директоры Андрей Травкин, “СМАРТ-Баҡсасы” форумында сығыш яһап.

“Республика ярҙамында баҡсасы йәмғиәттәре менән килешеп, кисектерелгән бурысты кәметеүгә өлгәштек, был эште дауам итәсәкбеҙ”, - ти ул.

Бөгөнгә республикала 1,5 мең баҡсасылыҡ йәмғиәте бар, уларҙа 427,7 мең участка иҫәпләнә. Шуларҙан 423 баҡсасылыҡ ҡасабаһында 15,5 йорт газ үткәрергә яраҡлы тип табылған, дүрт меңдән ашыу йорт тәбиғи яғыулыҡ үткәрергә ғариза биргән дә инде, меңдән ашыуына газ үткәрелде.

Фото: социаль селтәрҙән.

Р. Кәлимуллин.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас