

Гөлназ Асаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙе менән булған күңелһеҙ, ауыр хәл тураһында кисерештәрен яҙып, күп һанлы уҡыусыларының һорауҙарына яуап биреп бара. Һуңғы яҙмаларында ул түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.
“Дөрөҫ аңлағыҙ, мин ярҙам һорамайым. Зыян күреүселәр хаҡына доға ҡылыуығыҙҙы ғына һорайым. Бер кем дә аҡса йыймаясаҡ. Барыһын да үҙем түләйәсәкмен.
Ә инде бай ҡыҙыҡайға һәм бай ғаиләгә килгәндә, ныҡ яңылышаһығыҙ. Миңә бер ҡасан да бер кем дә бер нимә лә бирмәй. Хатта һуңғы ҡарабойҙайҙы ашаһам да, был хаҡта бер кем дә белмәйәсәк. Ә тормошта төрлө хәлдәр була...
Мин, атай-әсәйем кеүек, барыһын да үҙемдең хәләл көсөм менән эшләп табам. Беҙ байҙар түгел, ғәҙәти кешеләр кеүек йәшәйбеҙ. Ипотека, кредит түләйбеҙ. Аварияға юлыҡҡан машинаны үҙем кредитҡа алған инем, ай һайын бик ҙур сумма түләп барам. Ҙур булмаған ғәҙәти генә фатирҙа йәшәйбеҙ.
Бер ҡасан да меҫкен булманым һәм булмаясаҡмын. Үҙ гонаһым өсөн үҙем яуап ҡайтарасаҡмын. Зыян күргән яҡ ултыртабыҙ тиһә – ултырам! Мин бер ҡасан да атай-әсәй артына ҡаса торған кеше булманым. Улар минең проблемаларым тураһында белмәнеләр ҙә, үҙем хәл итә инем. Был осраҡта ла улар минең өсөн йөрөмәй, сөнки беҙ ғәҙеллек яҡлы. Ғәйеплемен икән – яуаплылыҡ минең өҫтөмдә”, - тип яҙҙы Гөлназ Асаева.
Ул шулай уҡ уға изге теләктә булған тамашасыларына рәхмәтле булыуын белдерҙе. “Көн дә рәхмәттәр уҡыйым тамашасыма. Шундай ваҡытта мине ҡалдырмауығыҙ, изге теләктә булыуығыҙ өсөн. Изгелегегеҙҙе Аллаһ меңләтә ҡайтарһын. Ошондай ауыр ваҡытта кемдең кем икәне беленә лә икән”, - тине йырсы.
Гөлназ Асаева ҡатнашлығындағы аварияла зыян күргән ҡатындың тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыуын, ә йырсының үҙенә сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Фото: Гөлназ Асаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!