Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 03:00

Һыуытты. Ҡасан йылытыр?

Көндөң һалҡынлығы ла гүзәл заттарҙың байрам кәйефен төшөрә алмаҫ...

Һыуытты. Ҡасан йылытыр?
Һыуытты. Ҡасан йылытыр?

Байрам көнөндә һауа торошо ҡыуандырмай. Төбәктә ҡар яуа, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етә. Һалҡын: төндәрен -15, көндөҙҙәре -12 градусҡа тиклем.

 9 мартта Башҡортостан биләмәһе Арктика фронты власы аҫтында була. Аномаль һыуыҡтар булыуы ихтимал, температура норманан 10-16 градусҡа түбән төшәсәк. Һөҙөмтәлә төнөн -30, көндөҙ -20 градусҡа тиклем һыуытыуы бар. Көслө ел хәлде тағы ла киҫкенләштерә.

10 мартта төбәккә циклон яҡынлаша һәм йылылыҡ килтерә. Йәнә ҡар, ел, буран, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Көндәр һалҡын булһа ла, күңелдәрегеҙҙә һәр саҡ байрам кәйефе булһын!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Карима Усманова
Читайте нас