Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 11:00

Ҡар һыуы үҫентеләргә шифалы

Был турала белә инегеҙме?  

Ҡар һыуы үҫентеләргә шифалы
Ҡар һыуы үҫентеләргә шифалы

Ямғыр яуғанда баҡса үҫентеләренең тиҙ генә үҫеп китеүен барыбыҙ ҙа белә. Ҡар һыуының да шифаһы ҙур икән. Күптәр уны белә һәм файҙалана. Ҡар һыуын 24 градус тирәһенә тиклем  йылытып үҫентеләргә һипһәгеҙ, улар күтәрелеп китер.

Ҡайһылар әленән үк ҡарҙы баҡсала торған һауыттарға тултырып ҡуя. Ҡояш нурҙарында ирегән һайын, уға өҫтәп һалырға мөмкин. Көндәр йылытҡас, баҡсалағы түтәлдәргә һибергә йомшаҡ та, файҙалы ла һыу булыр.  Теплицаға ла ҡар кертергә онотмағыҙ.  Ҡар ерҙе дымға байыта.  

Автор фотоһы.

   

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас