Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 00:00

Хеҙмәттәштәренә ҡиммәтле бүләктәр...

Улар әҙ булһалар ҙа, бик яҡшы бүләк алғандар, һәр береһенә 15 ләлә сәскәһенән торған гөлләмә. Шулай уҡ ҡиммәтле кейтерингҡа заказ биреп, мул өҫтәл ҡорғандар. Хатта билдәле йырсы килеп ҡотлаған. Ә миңә... 

Хеҙмәттәштәренә ҡиммәтле бүләктәр...
Хеҙмәттәштәренә ҡиммәтле бүләктәр...

Ирем менән егерме йылдан ашыу йәшәйбеҙ. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫеп етте, икеһе лә ситтә уҡый. Был ваҡытта арабыҙҙа төрлөһө булды. Йәш саҡтағылай мөхәббәт тә юҡ кеүек, әрләшеп-талашып та йәшәмәйбеҙ. Битарафлыҡ тиһәм дә арттырыу кеүек, сөнки ваҡыт-ваҡыты менән йылы хистәр ҙә бар кеүек ине.

Һуңғы бер ике йылда уның нығыраҡ һыуынғанын һиҙә кеүек инем, тик иғтибар итмәҫкә тырыштым, ғәҙәттәгесә йәшәүҙе дауам иттем. Ләкин 8 март байрамы алдынан булған хәл шаңҡытты. Ирем ҙур предприятиела, күпселекте ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил иткән бүлектә эшләй, ул унда етәксе. 15 ҡатынға биш ир-ат. Бер бүлектә эшләмәһәк тә, мин ошо уҡ предприятиеның икенсе филиалында. Эштә осрашмаһаҡ та, социаль селтәрҙәр, төркөмдәр уртаҡ. Ялдар алдынан һәр бүлектең нисек итеп хеҙмәттәштәрен ҡотлағанын һалдылар. Иң “шәптәре” минең ир эшләгән бүлек булып сыҡты. Улар әҙ булһалар ҙа, бик яҡшы бүләк алғандар, һәр береһенә 15 ләлә сәскәһенән торған гөлләмә. Шулай уҡ ҡиммәтле кейтерингҡа заказ биреп, мул өҫтәл ҡорғандар. Хатта билдәле йырсы килеп ҡотлаған. Ә иң ҡыҙығы – быларҙың барыһы өсөн аҡсаны ир-аттар үҙҙәре йыйған һәм ойошторған. Йәғни, минең ир ойошторған. Предприятие биргән бүләк айырым һәм бөтәһенә лә бер иш ине.

Шуға күрә, 8 март еткәс, үҙемә лә иғтибар көттөм. Ә ул лыҡа иҫерек ҡайтты. Юҡ-бар сәбәп табып, миңә бәйләнде, ғауға ҡутарҙы. “Эскән” тип иғтибар итмәҫкә тырыштым. Байрам көнө башы ауыртып, кәйефһеҙ килеп торҙо. Ярты көн ятты. Ә мин һаман шым ғына бүләк, гөлләмә көттөм. Кискә лә өндәшмәгәс, һорарға булдым. Һәм шул тиклем бысраҡ ишетеп, һаман үҙемә килә алмайым. Баҡһаң, минән дә хөртөрәк ҡатын юҡ икән. Гел унан нимәлер таптырам, үҙем наҙ һәм йылы, хөрмәт биреп етмәйем. Ғөмүмән, уның миңә сәскә алырға аҡсаһы ла, теләге лә юҡ. Хатта ябай ҡотлауға ла лайыҡ түгелмен.

Шул тиклем ғәрләндем, ултырып иланым. Ярар әле, кискә сәскә тотоп улым һәм бүләктәр алып ҡыҙым ҡайтып төштө. Бер аҙ байрам кәйефе бүләк иттеләр.

Балалар ҡайтып китте, ә мин ауыр уйҙарға баттым. Нисек инде 20 йыл йәшәгән ҡатын йылына бер сәскә гөлләмәһенә, матур һүҙҙәргә лә лайыҡ түгел? Ни өсөн эштәге ҡатындар миңә ҡарағанда ҙурыраҡ иғтибар ала? Артабан ғаиләне һаҡлауҙан мәғәнә бармы, юҡмы? Беҙ әле ҡарт та түгел, саҡ 45 йәш тулды. 

Фото: нейроселтәр. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас