“Ирем сәбәп булһа ла, булмаһа ла сәскә бүләк итә, тип әйтә алмайым, әммә тыуған көнөм, туй көнө, 8 Мартта гөлләмәһеҙ ҡалдырмай. Йәшерәк саҡта өндәшмәй инем, әммә миңә һәр ваҡыт бер аҙна самаһы ултыртып ҡуйып, кәм тигәндә 3 мең һум торған сәскәне сығарып ташлау бик йәл. Был хаҡта иремә лә әйтә башланым. Әммә ул сәскә алыуын дауам итте. Аптырап, “Улай булғас, һин миңә гөл бүләк ит, уны, исмаһам, сығарып ташламайһың, артабан үҫтереп була”, - тинем. Юҡ, гөлгә ҡырҡа ҡаршы, үҙең һатып ал, ти.
Миндәге бындай ҡараш нимәнән килә икән, тип уйланғаным да бар. Хәҙер бит психологтар, ғаилә тренерҙары үҙегеҙҙе яратығыҙ, үҙегеҙҙе беренсе урынға ҡуйығыҙ, тип өйрәтә. Әллә шул үҙемде яратмауҙан киләме икән? Атайһыҙ, бер әсәйҙең эш хаҡына ҡарап, өс бала үҫтек. Аҡса бер ваҡытта ла етмәне, әсәй аҡсаны һәр ваҡыт һаҡлап, һанап ҡына тотондо. Әллә сәбәп ошондамы икән? Төрлөсә уйлап ҡарайым.
Бер мәл шулай туй көнөндә ирем ныҡ матур, ҙур гөлләмә тотоп ҡайтҡас, осраҡлы рәүештә генә был букеттың 5 мең һумға яҡын тороуын белеп, ныҡ эсем бошто. Башта өндәшмәнем, һуңынан, бер аҙ ваҡыт үткәс, әйттем шулай ҙа. Ирем үпкәләне. Шунан күп тә үтмәй тыуған көнөм етте. Был миңә сәскә бүләк итмәне, һауыт-һаба магазинына сертификат ҡына бирҙе.
Нисек итеп, шул сәскәне йәлләмәй, күпме аҡса сарыф ителеүен уйламай ғына ҡабул итеп өйрәнергә икән? Һеҙ матур-матур букеттарығыҙҙы сығарып ташлағанда минең кеүек эсегеҙ бошмаймы?”
Өфө ҡалаһынан Сәлимә исемле ҡатындың яҙмаһы.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!