“Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә
Илеш районының Ҡужбахты ауылы халҡы элек-электән егәрлелеге, сәмлелеге, әүҙемлеге менән дан тотҡан биләмәләрҙең береһе. Яңыраҡ ауыл тораҡтары араһында уҙғарылған “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, Ҡужбахтыла башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар ҡоролдо. Ауылдаштар былтыр ҙур тырышлыҡ менән конкурстың муниципаль этабында еңеп сыҡты һәм әле лә тәжрибәһен республика кимәленә сығарыу өсөн әүҙем эшләүен дауам итә. Улай ғына ла түгел, сәмле, уңған Ҡужбахты халҡының еңеүгә өлгәшмәйенсә, моратына ирешмәйенсә ниәтенән артҡа сигенергә уйы юҡ.
Йәшен-ҡартын үҙенә туплаған был сарала Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, район Советы секретары Игорь Никифоров, Ҡужбахты ауыл советы биләмәһе башлығы Азат Йосопов ҡатнашты. Халыҡты “Аҡ тирәк” башҡорт фольклор ансамбле коллективы ағзалары сәләмләп ҡаршы алды. Райондың ижади коллективтары ойошторған тәрән йөкмәткеле концерт яҡташтарҙың күңеленә хуш килде.
Күңел асырлыҡ, яҡшы эштәргә юл ярырлыҡ, әүҙем ауылдаштарын хөрмәтләп иҫкә алырлыҡ етди сәбәбе бар ҡужбахтыларҙың. Улар үҙҙәренең икенсе тапҡыр “Айыҡ ауыл” кеүек ҡоласлы һәм әһәмиәтле конкурста ҡатнашыуҙары менән ғорурланып ҡына ҡалмай, был кимәлдән төшмәҫкә һәм яңы үрҙәр яуларға ынтыла. Быйыл илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек һәм республикалағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арнап үткәрелгән “Берҙәмлектә – көс” ижади конкурс-фестивале махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналды. Концерттан тупланған бөтә средстволарҙы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам фондына йүнәлтергә ҡарар ителде.
“Күҙ йәштәрен күрһәтергә лә оялмайбыҙ”
Ғөмүмән, районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бәйләнеш ныҡлы. Мәктәптә шул хәрбиҙәрҙең береһе Занфир Насибуллин менән үткән осрашыу һәр кемдең хәтерендә ҡалыр. Ватанды һаҡлауҙағы ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булған ветеран уҡыусыларҙы хәрби хеҙмәте менән таныштырып, ысын илһөйәрлек дәресе бирҙе. Һәр һорауға асыҡ һәм ихлас яуап биргән яугирҙең һәр һүҙе балаларҙың күңеленә барып еткәндер, моғайын. Балаларса бер ҡатлыраҡ, ысын күңелдән сыҡҡан был һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы: “Беҙҙең яҙған хаттар һалдаттарға ярҙам итәме?” “Беҙ һеҙҙең хаттарығыҙҙы гимнастерка кеҫәләрендә һаҡлайбыҙ. Тәүҙә уҡыйбыҙ. Яңынан тағы уҡып сығабыҙ. Аҙаҡ блиндаждың ҡараңғы мөйөшөнә ҡасып, хатты усҡа йомоп, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, уй-хискә, һағышҡа биреләбеҙ. Юҡ, беҙ илауҙан да оялмайбыҙ, сөнки һеҙҙең яҙған ошо хаттар ни өсөн, кем хаҡына беҙҙең ошонда булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә”, – ти һалдат.
Бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм фәһемле. Яугир Д.Бородин мәктәптәге осрашыуҙа шәхси хәүефһеҙлек буйынса дәрес үткәрҙе. “Илгә көслө, йылғыр һәм сос егеттәр кәрәк!” – тип уҡыусыларҙы спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы һәм өс волейбол тубы бүләк итте.
Ватанды яҡлаусы егеттәргә ярҙам итеүҙе тылдағылар үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы итеп иҫәпләй. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Раил Мөхәмәтшин менән Фәнүс Хужин былтыр, махсус хәрби операция яугирҙәренең һорауын үтәп, 14 “буржуйка” мейесе, ҡоралдар әҙерләп ебәрҙе. Быйыл да эш дауам итә. Мәктәп уҡыусылары ла маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә әүҙем ҡатнаша, уларҙағы һәр төйөндө берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек билдәһе тип атарға була.
Тыуған ил ул – тыуған ер
“Айыҡ ауыл” проектының ҡоласы киң, ул йәшәгән төбәк сигенән уҙып, күрше райондарға ла юл алды. Ҡужбахтылар, Краснокама районының Түбәнге Бөртөк ауылында муниципаль-ара сарала ҡатнашып, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Түбәнге Бөртөк халҡы ла ҡужбахтылар кеүек конкурстың республика этабында ҡатнашыусылар рәтендә.
Башҡортостан Башлығы Фонды гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына ярашлы үткәрелгән Берҙәм ғаилә консультациялары көнө ғәҙәттәге сараларҙан төрлө яҡлылығы, әһәмиәтлеге яғынан айырылып торҙо. Халыҡ менән Ғаилә хеҙмәте, Мәшғүллек үҙәге, Социаль фонд, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм юристар күҙгә-күҙ осрашты, яҡташтар өсөн квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлеге тыуҙырылды.
Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһе лә ҡужбахтыларҙың көн тәртибенән төшкәне юҡ. Һәр кемдең йәмле лә, уңайлы ла төбәктә йәшәгеһе, балалар үҫтергеһе, ҡунаҡтар ҡаршылағыһы килә. Былтыр конкурстың район этабында еңеп, 200 мең һумлыҡ аҡса алғас, был средстволарҙы ауылдаштар урамдарҙы яҡтыртыу өсөн яҡтыртҡыстар алыуға тотондо. Бынан ике йыл элек асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ике тораҡтың –Ҡужбахты һәм Тәжәй ауылдарының 650-нән ашыу кешеһе өсөн бик кәрәкле социаль объекттарҙың береһе. Быға тиклем клуб бинаһында урынлашҡан медицина пунктын бөгөнгөһө менән сағыштырырлыҡ түгел. Фельдшер Гөлназ Гәрәева районда ғына түгел, республика кимәлендә ихтирам яулаған, сәләмәт тормошто йәйелдереүгә көс һалған белемле медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе. “Иң яҡшы ФАП фельдшеры-2025” республика конкурсында икенсе урынды яулап, яҡташтарының ихтирамын яулаған. Ауыл Советы депутаты булараҡ, төбәкте төҙөкләндереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәрен индереүе, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәүе “Айыҡ тормош” конкурсына ауылдаштарын йәлеп итеүгә етди өлөш индерә. Уның уй- фекере ауылдаштарыныҡы менән ауаздаш: “Беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу, һис шикһеҙ, беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ булып ҡаласаҡ”.
“Урам тулы халыҡ! Ауыл йәшәй”
Байрамдар йыр-бейеү менән гөрләп үтһә, спорт сараларында халыҡ эркелеп йөрөһә, урамдар бала-саға тауышынан тынмаһа -–ауыл йәшәй тигән һүҙ. Ошо эштәрҙең башында йөрөгән ауыл әүҙемселәренә, сараларҙы ойоштороусыларға, ауылдаштарын дәртләндереп, төрлө шөғөлдәргә йәлеп итеүселәргә Ҡужбахты халҡының рәхмәте ҙур. Атай-бабаларҙың төйәген йәмләп, һулыш биреп, сәскә атыуына булышлыҡ иткән яҡташтар берҙәмлеге менән көслө.
Ҙур булмаған ауылда спорт ярыштары, турнирҙар үтә, ҡужахтылар йыш ҡына дүртөйлө хоккейсылары менән алыша, яңы теннис өҫтәле менән йәштәр генә түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә ҡыҙыҡһына. Кисен мәктәптең спорт залында уттың оҙаҡ һүнмәүенә лә ауылдаштар күнеккән. Ә саңғы ярыштары балаларҙы ғына түгел, йәшен-ҡартын үҙенә ылыҡтыра.
“Эйе, ауыл йәшәй, урам тулы кеше, аллаға шөкөр. Хоккей майҙанында төштән һуң йәштәр һәм балалар, кисен өлкәндәр уйнай. Конькиҙарҙың”текә”һе лә кәрәк түгел уларға, быйма кейеп, рәхәтләнеп шыуалар! Клубтар гөрләп тора! “, тип социаль селтәрҙә ихласлыҡ менән кинәнөп яҙған ауыл ҡатынының күңелен яҡшы аңлайбыҙ һәм һөйөнөсөн беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.