

Башҡортостан эшһеҙлек кимәле буйынса «РИА Рейтинг» төҙөгән исемлектә Рәсәй төбәктәре араһында 20-се урынды биләй. 2025 йылдың дүртенсе кварталында күрһәткес 1,5 процент тәшкил итте, бер йылда 0,1 процентҡа артты.
Рәсәйҙә 2025 йылдың дүртенсе кварталы йомғаҡтары буйынса эшһеҙлек кимәле 2,2 процент булды, 0,1 процентҡа кәмене,
Бойондороҡһоҙ профсоюздарҙың Үҙәк советы ағзаһы, Мәскәү дәүләт лингвистика университеты доценты Сәйет Ғафуров билдәләүенсә, хәҙерге Рәсәй хеҙмәт баҙарында сәйер хәл күҙәтелә: рекордлы түбән эшһеҙлек һәм шул уҡ ваҡытта квалификациялы кадрҙар етмәй. Иҡтисадтың структур үҙгәрештәрендә һәм демографик тенденцияларҙа тамырланған был хәл оҙаҡ дуауам итә.
"Башҡортостанда хеҙмәт баҙары, бөтә илдәге кеүек үк, ҙур үҙгәрештәр кисерә — «эш эҙләүсе баҙары”нан «эш биреүсе баҙары”на күсеү. Эш урындары өсөн конкуренция арта, әммә структур проблемалар һаҡлана: кадрҙарға мохтажлыҡ төп проблема булып ҡала, бигерәк тә эшсе һөнәрҙәрҙә. Төбәк өсөн төп проблема — эшкә урынлашыу түгел, ә сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн квалификациялы белгестәрҙең етмәүе», - тип иҫәпләй эксперт.
Фото: социаль селтәрҙән.