28 февралдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында күптәрегеҙ хәбәрҙар.
Килеп тыуған ауыр хәл арҡаһында Гөлназға планлаштырылған концерттарын кисектерергә тура килде. Тәүҙә ул аварияла зыян күреүселәр, айырыуса ҡаршы машиналағы ҡатын Ирина аяҡҡа баҫҡансы бөтөнләй концерт ҡуймаҫҡа тип хәл иткәйне. Әммә уларға ярҙам итеү ихтыяжынан сығып һәм зыян күреүселәрҙең туғандары менән килешеп, Гөлназ Асаева кисә Туймазыла авариянан һуң тәүге концертын бирҙе.
“Бөгөн ижади тормошомдағы иң ҡатмарлы көндәрҙең береһе. Үҙемде ҡулға алырға һәм концерт ҡуйырға кәрәк. Аллаға тапшырҙыҡ”, - тип яҙҙы йырсы концерт алдынан.
Шулай уҡ кисә аварияла иң ныҡ зыян күргән Иринаға сираттағы операция яһағандар. Ҡыҙы Элина әйтеүенсә, уның хәле тотороҡло, әммә әлегә тулыһынса һауығыу тураһында һөйләргә бик иртә.
Башта төрлө баҫмалар Гөлназ Асаеваны зыян күреүсенең туғандары менән һөйләшеүҙән ҡаса тип яҙҙы, әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Йырсы улар тураһында “Был ғаиләгә ғүмерем буйы ярҙам итәсәкмен”, тип белдерҙе. Кисәге концерт алдынан да ул: “Бөгөн Ирина апаға сираттағы операцияны эшләйҙәр. Доғала булайыҡ”, - тип яҙҙы.
Әйткәндәй, йырсы бик ауыр күңел кисерешендә булыуға ҡарамаҫтан, кисәге концертын матур итеп ҡуя алған. Был хаҡта уның күп һанлы яҙылыусылары ла комментарийҙар ҡалдырҙы. Улар барыһы ла Гөлназға ныҡлыҡ, сабырлыҡ, ә Ирина ханымға тиҙерәк һауығып, аяҡҡа баҫыуын теләй. Әйткәндәй, концерттан алынған килемдең билдәле бер өлөшө тап ошо маҡсатта ҡулланыласаҡ, тигән йырсы.
Фото: Гөлназ Асаеваның социаль селтәрҙәге төркөмөнән (vk.com/asaeva_official)
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!