Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 23:20

"Һалабаш" сабыйҙары сәңгелдәктә бәүелеп үҫә

"Беҙҙең һалабаштар араһын берәү, шаяртып, колорад ҡуңыҙҙары һымаҡ, үрсемле зат бит улар, тип әйткән, имеш, тигән лаҡап йөрөй", - тип яҙа ғалимә.

"Һалабаш" сабыйҙары сәңгелдәктә бәүелеп үҫә
"Һалабаш" сабыйҙары сәңгелдәктә бәүелеп үҫә

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, тәнҡитсе һәм ғалимә Ғәҙилә Бүләкова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Бына, Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, Рамаҙан айының өсөнсө ун көнлөгөнә лә аяҡ баҫтыҡ, әлхәмдүлилләһ. Аллаһ Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған аят-доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, һәр икебеҙгә Уның ризалығына һәм рәхмәтенә ирешергә насип булһын, әмиин.

Әйткәндәй, йәштәрҙең күпләп ураҙа тотоуы, намаҙға баҫыуы ҡыуандыра. Бына был фотола, нигеҙҙә, атайым менән әсәйем мәрхүмдәрҙең ейән-ейән-ейәнсәрҙәрен һәм бүлә-бүләсәрҙәрен бер туған Ғәли ағайымдың улы Ирек ҡусты менән Алһыу килен ауыҙ асырға йыйып алған, әлхәмдүлилләһ. Зәкиә апайымдың МХО-ла йөрөгән улы Ишморат ҡустыбыҙҙың отпуск ваҡыты тура килеп, аят мәжлесендә уның менән Мәүлиҙә килендең дә булыуы шәп. Илебеҙгә, бөтә донъяға тиҙерәк тыныслыҡ килһен, тигән теләктәр доға ҡылынған һайын һәр ҡайһыбыҙ тарафынан әйтелмәй ҡалмайҙыр, моғайын.

Был фотоны күргәс, мин тағы ла шуға ҡыуандым: беҙҙең һалабаштар араһын берәү, шаяртып, колорад ҡуңыҙҙары һымаҡ, үрсемле зат бит улар, тип әйткән, имеш, тигән лаҡап йөрөй. Әлхәмдүлилләһ, Аллаһымдың биргәненә мең шөкөр, тиер инем был тәңгәлдә. Бигерәк тә иң түрҙә сәңгелдәк эленеп тороуына ныҡ ҡыуандым, СобханАллаһ. Тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө, дауамлы булырына ышаныс бар, Аллаға шөкөр!"- тип яҙған ул.

Сығанаҡ: Ғәҙилә Бүләкова.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас