Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 23:15

“Әсәйемдең атлап китеүе икеле…”

Гөлназ Асаева ғәйебе менән булған аварияла зыян күргән ҡатындың ҡыҙы әсәһенең хәле тураһында социаль селтәрҙә яҙған.

“Әсәйемдең атлап китеүе икеле…”
“Әсәйемдең атлап китеүе икеле…”

"Табип операция яһаясаҡбыҙ тине, һул яҡ яурынына ҡатмарлыраҡ әмәлиәт кәрәклеген дә әйтте. Атлап китеүенә гарантия бирә алмайым, аяҡтарының һынған урындары йәнселгән, һәм уларҙы тура килтереүе ауыр, тине”, – тип яҙған Элина.

Шулай уҡ битараф булмаусыларҙы әсәһенең һаулығы өсөн доға ҡылыуҙарын да үтенгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лилиә Биктимерова социаль селтәрендә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләне. Ә Гөлназ Асаева иһә 10 мартта Туймазыла уҙған концертынан ингән килемде зыян күреүсенең ғаиләһенә бирәсәген вәғәҙә итте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас