Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 14:30

Автомобиль алам тип 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәгән шәфҡәт туташы үҙенең шәхсән йыйған һәм кредитҡа алынған аҡсаһын ала... Тулыраҡ - түбәндә.

Автомобиль алам тип 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Автомобиль алам тип 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Көн элгәре Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина ойошмаларында эшләгән 26 йәшлек хеҙмәткәрҙең телефонына таныш булмаған номерҙан шылтыраталар. Ят әҙәм үҙен һалым хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған һәм киләһе йылға килемдең артыуы буйынса мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәклеге тураһында хәбәр иткән. Һөйләшеү барышында ҡатынды “тауыш ярҙамсыһы”на күсергәндәр, һәм ул “Финуслуги” хеҙмәтенән ебәрелгән смс-хәбәрҙән кодты әйткән.

Ошо хәлдән һуң ғариза яҙған ҡатындың электрон почтаһына шикле әүҙемлек тураһында хәбәр килгән. Хаттарҙа уның аккаунтына инеүҙәре һәм барлыҡ шәхси мәғлүмәттәрҙе күсереүҙәре тураһында мәғлүмәттәр була. Ундағы текста шулай уҡ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыу өсөн телефон һандары күрһәтелә. Ошо номер буйынса ҡатын мөрәжәғәт итә һәм  “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының алдаҡсы хеҙмәткәрҙәренә эләгә. Артабан уны Үҙәк банк “хеҙмәткәре” менән тоташтыралар. Ул үҙ сиратында ҡатынды аҡсаһының дуҫ булмаған илдәргә “күсерелеүенә” ышандыра һәм йыйылған сумманы һаҡлау өсөн “хәүефһеҙ иҫәп”кә ашығыс рәүештә күсерергә ҡуша.

Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәгән шәфҡәт туташы үҙенең шәхси йыйылған һәм кредитҡа алынған аҡсаһын ала. Банкта был хәлде ул аҡсаны автомобиль һатып алыуға кәрәк тип аңлата. Һөҙөмтәлә алынған аҡсаны ҡатын уларҙың иҫәбенә күсерә. Килтерелгән зыян 1,5 миллион һум тәшкил итә.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас