Тормош булғас, был донъяла төрлө хәлдәр була. Ҡайһыларына яуап та табып булмай. Бер танышым әсәһенең үҙен ситләтеүен әсенеп һөйләне.
– Ғаиләлә беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Сәлимә апайым йәштән үк баш ҡалаға сығып китте һәм ҡала егетенә кейәүгә сығып төпләнеп ҡалды. Миңә ауыл тормошо нығыраҡ яҡын ине. Шуға педагогия институтын тамамлағас, мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән егетемә тормошҡа сыҡтым да тыуған ауылымда тороп ҡалдым.
Апайым менән еҙнәмдең ике балаһы бар, бик хәлле йәшәйҙәр. Еҙнәм бай ойошмала етәксе булып эшләй. Фатирҙары ла, машиналары ла бик затлы. Беҙ ҙә алама йәшәмәйбеҙ. Ирем хужалыҡта механизатор булып ҡына хеҙмәт итһә лә, эш хаҡы яҡшы. Минеке лә зарланырлыҡ түгел. Ауылда йорт һалдыҡ, ике балабыҙ бар. Ҡулдан килгәнсә мал тотабыҙ, баҡса үҫтерәбәҙ.
Әсәйемә 60 йәш, әле гөрләтеп донъяһын көтә, шулай ҙа яңғыҙ йәшәгәс, ярҙам кәрәк булғанда һәр ваҡыт эргәһендәбеҙ. Бесән килтерергәме, бәрәңге сәсешергәме, ихатаһын төҙөкләндерергәме...
Шуныһы күңелемде ҡыра, әсәйем апайымды нығыраҡ яҡын итә. Уның кәңәштәрен тыңлай, уны һәр ваҡыт миңә өлгө итеп ҡуя, бүләктең дә уға затлырағын бирә. Тыуған көнөнә апайыма ҡиммәтле түшәк тупланмалары эләгә, миңә арзанлы ғына эске күлдәк, йә яулыҡ, таҫтамал бирә. Апайымдар ауылға ҡайтһа, күстәнәскә ит-майын сумкалап-сумкалап һала.
Ә бына миңә ҡарашы бөтөнләй икенсе. Ул мине үҙенә мәңге бурыслы һымаҡ күрә. Ауырып китһә, көнмө-төнмө тип тормай, дауаханаға алып барабыҙ. Йортонда һыуы-фәлән боҙолһа, йәнә беҙ йүгерәбеҙ. Иң үҙәгемә үткәне миңә бер ҡасан да күстәнәс бирмәй. Һыйырым быуаҙ булғанда һөткә интегеп ултырҙыҡ. Әсәйем былай ғына бирмәҫен белгәс, һатып биреүен һораным. Шунда йүгертеп һөтөн дә ҡойҙо, ҡаймағын да бирҙе. Хаҡын да әйтеп ҡуйҙы. Үҙемдең һыйырым быҙаулағансы һөттө һатып алдым. Әсәйемдең һыйыры була тороп, сит кешенән һөт һорарға уңайһыҙландым. Үҙем ярай, ирем алдында бигерәк уңайһыҙ. Әсәйемә күпме изгелек күрһәтә бит ул. Шуға һөт-ҡаймаҡ һатып алыуым тураһында белдермәнем.
Бер йылды ҡаҙ үҫтерә алманым. Әсәйемдең ҡаҙҙары күп булды. Яңы йылға гел табында ҡаҙ ите бешереп ҡуябыҙ, шуға ҡаҙ булмағас нимәлер етмәгән һымаҡ. Әсәйемдән бер ҡаҙын һатып биреүен һораным һәм шунда уҡ аҡсаһын да бирҙем. Әсәйем бер һүҙһеҙ аҡсаны алып ҡуйҙы һәм туңдырғысынан ҡаҙ сығарып бирҙе.
– Апайың ҡалала йәшәй бит. Уға тип мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотам мин. Һин ауылда булғас, үҙең дә үҫтерә алаһың, апайыңдың өлөшөнән алып бирәм инде, – тип ризаһыҙлығын белдереп ҡуйҙы.
Һатып алһам да һүҙләп, ризаһыҙ ғына биреүе күңелемде рәнйетте.
Хатта балаларыбыҙға ла төрлөсә ҡарай бит ул. Апайымдың балаларына тыуған көндәренә аҡса бирә, минекеләрҙе шылтыратып ҡына ҡотлай.
Үҙемдең әсәйем булғас, ул миңә ҡәҙерле, яҡын. Бары тик мине апайыма ҡарағанда кәмһетеүе, ситләтеп, яратмайыраҡ ҡарауы ғына күңелемде бик әрнетә, – тип һөйләне танышым.
Автор фотоһы.