Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 02:50

Буласаҡ киленебеҙ мәһәргә машина һорай...

Ә беҙ көмөш алҡаға риза инек...

Буласаҡ киленебеҙ мәһәргә машина һорай...
Буласаҡ киленебеҙ мәһәргә машина һорай...

Бер көн күршем килеп инде. Улының өйләнергә йөрөгәнен белә инек. Шул туй мәшәҡәте менән башы ҡайнап йөрөгән мәле. Тик уның һөйләгән һүҙҙәре күңелемә бик ятманы.

Баҡһаң, буласаҡ килене кейәүенән мәһәргә машина һораған икән. Егет бының менән килешкән һәм никах ваҡытында машина бүләк итергә вәғәҙә биргән. Тик бына әсәһе белеп ҡалған да, тауыш сығарған.

– Оялмайынса улымдан машина һорап ултыра ла ул. Беҙ кейәүгә сыҡҡан саҡта көмөш алҡаға, мең тәңкәгә риза инек. Бына тигән итеп йәшәнек барыбер. Йәштәр бигерәк шашҡан, – ти күрше.

– Һуң тәүҙә киленем шәп, яҡшы ғаиләнән, тәртипле, белемле ти инең бит...

– Шәплеген шәп ине лә, тик шул сама бүләк һорағаны оҡшаманы. Тотонолған булһа ла, кәмендә 500 мең һум тора бит машина. Ә улым яңыны алырға уйлай. Накалка! – ти был.

– Ә улың нимә ти? – тип һорайым. Егеттең Себерҙә һәйбәт кенә эшләп йөрөгәнен, туйҙы әсәһенә көс төшөрмәй, тулыһынса үҙ иҫәбенә үткәрәсәген белә инем.

– Ул ней риза. Ғашиҡ булып күҙенә бер нәмә күренмәй. “Әсәй, ул юғары белемле табип, һөнәре буйынса эшләп йөрөй, үҙе аҡыллы, үҙе сибәр. Мин уны яратам. Һораһа фатир ҙа алып бирергә ризамын”, – тип әйтә. Киленгә был турала бер һүҙ ҙә өндәшмәҫкә ҡушты. Аптырайым, – ти.

Күршемә йәштәр араһына ҡыҫылма, улың риза булғас өндәшмә тип кәңәш бирҙем, әлбиттә. Тыңлармы инде. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мәһәр күпме булырға тейеш? Миндә ҡыҙҙар етеп килә. Улар ҙа үҙ баһаһын белеп мәһәр һораһалар һәйбәт булыр ине. Әллә малайҙар әсәһенә был оҡшамаймы икән?

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас