Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 14:30

Һөйгәнемдең ҡатыны сихыр менән янаны

Ҡаты ауырыуымдың сәбәбен шунда күрәм.  

Һөйгәнемдең ҡатыны сихыр менән янаны
Һөйгәнемдең ҡатыны сихыр менән янаны

Кеше яҙмыштары ҡатлаулы, ҡағиҙәгә генә һалып йәшәп булмай. Әлеге ҡатындың һөйләгәндәре бәлки кемгәлер һабаҡ булыр:

– Кейәүгә яратып сыҡманым. Нәҫеле яҡшы, холҡо тыныс, уҡыған, һөнәре бар, минең өсөн өҙөлөп тора. Бына ошо сифаттарын  уйланым да, йөрәгемдә уға ҡарата хистәрем булмаһа ла тормошҡа сыҡтым. Йәшәй-йәшәй  тормош баҫты, бер-бер артлы балалар тыуғас, уларҙың мәшәҡәттәренә күмелдем.  Фатирлы, машиналы булдыҡ. Балалар үҫә килә сығымдар ҙа арта. Шуға ирем уйлап-уйланы ла Себергә эшкә сығып китте.

Аҡса килеп тора, мохтажлыҡ булмағас, эшкә лә сыҡманым, өй, балалар мәшәҡәттәре менән генә йәшәп тик яттым.

Был тыныс тормошом гел шулай дауам итер һымаҡ ине. Улай булманы. Бер мәл  бер туған апайым юбилейына саҡырҙы. Ирем йыраҡта булғас ҡайта алманы. Байрамға үҙем генә киттем. Шунда еҙнәмдең нәҫеленән Камил исемле ир бейеүгә саҡырҙы. Быға тиклем уны күргәнем юҡ ине. Кәүҙәле,  ҡарап торорлоҡ ир, матур итеп һөйләшә, ҡалалағы бер ойошмала яуаплы ғына вазифала эшләй. Ҡунаҡта бер күрҙем, шул арала уға ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡатыны барлығын да беләм, ә йөрәккә бер нисек тә бойороп булмай, хистәр үҙенекен итә. Үҙ-ара хәлдәр белешеү, байрам менән ҡотлау менән яҙышҡан хәбәрҙәребеҙ  тәрәнәгә төшөп китте, Камил менән осраша башланыҡ. Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр шулай ныҡ итеп ғашиҡ булдым. Ирем ситтә булғас, бер нәмә лә һиҙмәне.

Ләкин был хәлдәр оҙаҡҡа барманы. Бер көн балалар мәктәптә саҡта ишегемде шаҡығанға барып асһам, унда Камилдың ҡатыны тора ине.

– Һинең арҡала хәҙер ирем минең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамай. Бөтөнләй һыуынды. Көнөң әҙ ҡалды, бергә була алмаҫһыҙ. Сихырлаясаҡмын мин һине, ­ – тип бик ҡаты итеп әйтте лә боролоп китеп тә барҙы.

Уның һүҙҙәре мине ергә төшөргән һымаҡ булды. Күҙемә генә ҡарап торған иремде һанламай, үҙ хистәремә баш була алмағаныма оялып киттем. Хистәремде төпкә йәшерҙем. Камилға хәлде тәфсирләп һөйләп торманым, араларҙы ҡырт өҙҙөм.   

Икенсе көнөнә иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә оҙатҡанда фатирыбыҙ ишек төбөндә тупраҡ күргәс, ҡотом осто. Был ҡатын ысынлап та сихырлаһа, кем балаларымды үҫтерер тигән борсолоу башымдан сыҡманы.

Сир тураһында күп уйлай башлаһаң, ысынлап та ауырыуға һабышаһың икән. Бер мәл ҡаты итеп йүтәл эләкте, унан арына алмай йонсоном, тауышым юғалды. Дауаханала ныҡлап тикшереү үтһәм, үпкәмдә яман шеш асыҡланылар. Сир башланып торғас, һауығырһың, тип ышандырҙы табиптәр. Теге ҡатындың сихыр ғәләмәтелер тигән уй, күңелемә һис тынғы бирмәй.

 Ирем эшенән ял алып ҡайтты. Әле бер, әле икенсе табипҡа йөрөтә. Минең Камил менән осрашыуым тураһында ла уға еткергәндәр. Тауыш сығарманы, ғәфү итте. Минең күҙемә генә ҡарап торған иремде ни өсөн ярата алмауыма үҙемә шул тиклем асыуым килә, – тип үкенесле яҙмышын һөйләгәйне таныш ҡатын.

Автор фотоһы.

 

 

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас