

Тирә-йүндәгеләр өсөн изгелек итергә тырышҡан, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙғандарҙы күрһәң, донъя яҡтырып, түңәрәкләнеп киткән һымаҡ. Бар әле ундайҙар арабыҙҙа. Аҙ түгел.
Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы Ишембай районының Маҡар ауылында йәшәгән социаль хеҙмәткәр Фатима Хәйбуллина - ошондай ҙур йөрәкле кешеләрҙең береһе. Хәҙер 33 йыл ошо һөнәренә тоғро ул. 1993 йылда, әле 30 йәше лә тулып өлгөрмәгән йәш ҡатын социаль хеҙмәткәр булып эшкә төшә. Уға тиклем леспромхозда тегенсе-моторист булып хеҙмәт итә.
– Эш башлағанда йәш инем, тәүҙә ауырыраҡ та булғандыр. Шунан өйрәнеп киттем. Хәҙер хаҡлы ялға сыҡһам да, эшемдән китке килмәй. Хеҙмәтемде лә, үҙем ҡараған әбей-бабайҙарымды ла ныҡ яратам. Беҙҙең эштә иң беренсе ололар менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Уларҙың төрлө ваҡыты була. Ауырып та китәләр, кәйефтәре лә төшә. Шул саҡта улар менән матур итеп һөйләшеп, хәлдәрен тыңлаһаң, күңелдәре күтәрелеп китә.
“Әлдә килдең әле, ҡыҙым, ауырыуым бөтөп киткән һымаҡ булды”, – тип рәхмәт әйтеп ҡалалар. Кемгәлер ярҙамым тейгәнемә үҙемдең дә күңелем күтәрелә. Беҙҙең эштә кеше яратһаң ғына эшләп була. Үҙем ҡараған әбей-бабайҙар туғаным һымаҡ яҡынға әүерелә. Олоғайып, был донъянан китһәләр, күңелгә ҡыйын булып ҡала. Уларҙың һәр береһен матурлап һуңғы юлға оҙатышам, – тип һөйләне Фатима Үзбәк ҡыҙы.
Маҡар – ҙур ауыл. Элегерәк Фатима Үзбәк ҡыҙы ҡарамағында 22 оло кеше булһа, әлеге көндә уларҙың һаны – 17. Алдан билдәләнгән график буйынса бөтә тейешле эштәрҙе башҡарып сыға. Аҙнаһына ике тапҡыр хәлдәрен белешергә, ярҙам итергә кәрәк. Исемлек буйынса аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү, төрлө түләү мәшәҡәттәрен башҡара, кәрәк саҡта өй эштәрендә лә ярҙам итә өлгөр ханым.
– Мин үҙемдең әбей-бабайҙарыма шул тиклем өйрәнгәнмен. Ял көндәрендә “Нимә эшләйҙәр икән?” тип улар тураһында уйлана башлайым. Дарыу йәки магазиндан аҙыҡ түлек кәрәк тип өндәшһәләр, ял көнө тип тормайым, ярҙамға сығып китәм. “Аяҡ-ҡулдарың һыҙламаһын. Оҙон ғүмерле бул”, – тип изге теләктәрен уҡып ҡала ололар, – ти социаль хеҙмәткәр.
Ысынлап та, ҡаты күңелле кешеләр был һөнәр буйынса эшләй ҙә алмай. Сөнки кеше хәленә керә белергә тейешһең.
– Элек беҙҙең ауылда йорттарға һыу үтмәгәйне әле. Кеше һыуҙы йылғанан ташыны. Бәләкәй саҡта, күрше тирәләге әбейҙәргә ярҙам булһын тип, һыу килтереп бирә торғайным, магазиндан икмәк алып ҡайтҡаным да хәтерҙә. Шулай булғас, бала саҡтан һалынған миндә ололарға ярҙам итеү хисе, – тип йылмая Фатима апай.
Социаль хеҙмәткәр булып яңы эш башлаған сағында, ауылға газ-һыу үтмәгәндә, әбей-бабайҙарға һыуын да ташыша, утынын да индерешә. Хәҙер барлыҡ уңайлыҡтар өйҙә булдырылған.
Фатима Хәйбуллина - эшендә генә түгел, өйөндә лә өлгөр хужабикә, хәстәрле әсәй, өләсәй. Ошо ауылда тыуып үҫкән ҡыҙ Маҡарға кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән өс балаға: ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр, ҙур итеп ҡарағайҙан йорт төҙөп матур донъя көтәләр. Үкенескә ҡаршы, 19 йыл элек ире мәрхүм булып ҡала.
Балалар үҫә, һәр береһе һөнәрҙәр алып, үҙ ғаиләләрен ҡора. Өлкән улы Илгиз ғаиләһе менән Мәскәүҙә төпләнгән, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Уртансы балалары Фаягөл дә үҙ тормошон ҡорған, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, тормош иптәше менән ике балаға атай-әсәй. Иң кеселәре Фәнзил Себерҙә эшләп йөрөй, ғаиләһе менән Мораҡта йәшәйҙәр, ҡатыны менән бер ул үҫтерәләр. Фатима ханым ике ейәнсәр һәм дүрт ейәнгә өләсәй булған. Балаларының иғтибарына күмелеп йәшәй бәхетле әсәй. Бигерәк тә йәйен күмәкләп ҡайтып төшкәндә, йорт гөрләп тора.
Үҙе бәхетле кеше тирә-йүндәгеләргә шатлыҡ өләшә. Күптән түгел, 8 Март байрамы алдынан Фатима Үзбәк ҡыҙына Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы тапшырылған. Бындай юғары баһа уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән. Был награда уның үҙе өсөн генә түгел, эшләгән коллективы, хеҙмәттәштәре өсөн дә һөйөнөслө ваҡиға була.
– Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ошонда мәртәбәле Почет грамотаһы алыу бигерәк тә шатлыҡлы булды. Ябай ғына ауыл ҡатынының хеҙмәтен ошолай ҙурлағандары өсөн бик рәхмәтлемен. Был миңә артабан да дәртләнеп эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәне. Әбей-бабайҙарым иҫән булһын. Әле 33 йыл эшләү дәүерендә уларҙан бер ҡасан да миңә зарланған һүҙ ишетмәнем. Улар миңә ышана, килгәнемде көтөп тора, – тип ҡәнәғәт йылмая әңгәмәсем.
Фатима Үзбәк ҡыҙы буш ваҡытында ауылдың тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ул бик матур йырлай. Байрамдарҙа сәхнәлә сығыш яһап, ауылдаштарын моңландыра. Күптән түгел “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсында ҡатнашып, командаһы менән 1-се урынға лайыҡ булған.
– Маҡар – бик матур ауыл. Тәбиғәте күркәм, кешеләре һәйбәт. Ауылда мине олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Үҙемдең ауылымда ғүмер итеүем менән бәхетлемен, – ти Фатима Хәйбуллина.
Уның кеүек изгелекле, халҡын, йәнтөйәген яратҡан кешеләр биҙәй донъяны. “Кешегә һәйбәт булһаң, уларҙан да яҡшылыҡ күрерһең” тигән тормош девизы алға этәрә уларҙы.
Фото: шәхси альбомдан.
Фотола: Почет грамотаһы алған тантаналы мәл.