Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 15:00

Рәсәйҙән килгән ҡыҙҙы Таиландта ҡулға алғандар

Ҡыҙға өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай

Рәсәйҙән килгән ҡыҙҙы Таиландта ҡулға алғандар
Рәсәйҙән килгән ҡыҙҙы Таиландта ҡулға алғандар

Таиландта Рәсәй гражданы булған 34 йәшлек Анастасия Н. ҡулға алынған. Уға өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Анастасия Таиландтың Паттайя ҡалаһында лицензияһыҙ косметолог булып эшләүҙә һәм косметологик хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ғәйепләнә.

Косметолог һөнәре Таиландта сит ил граждандары  өсөн тыйылған һөнәрҙәрҙең береһе.

Бынан тыш, ҡулға алынған рәсәйленең Таиландта рәсми эшләргә рөхсәте лә булмаған, был да уның хеҙмәте занонһыҙ булыуын аңлата.

Сығанаҡ һәм фото: “Интертат”

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Карима Усманова
Читайте нас