Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 18:45

Ҡунаҡта үҙеңде тота беләһеңме?

Тегене, быны ашамайым тип һайланып ултырыу хужабикәне рәнйетер, шуға күрә...  

Ҡунаҡта үҙеңде тота беләһеңме?
Ҡунаҡта үҙеңде тота беләһеңме?

Ҡунаҡтағы этикет үҙ эсенә үҙеңде тотоуҙы ла, кейемеңде лә, аралашыуҙы ла, бүләк тапшырыуҙы ла индерә. Ҡунаҡҡа барғанда ябай, ләкин бик мөһим ҡағиҙәләрҙе белеү мөһим. Был хаҡта һеҙҙең дә иҫкә төшөрөргә булдыҡ.

  1. Ҡунаҡҡа таҙа, матур кейемдә барығыҙ.
  2. Саҡырылған ваҡытҡа килегеҙ, ныҡ иртә лә барып ултырмағыҙ, һуңлап та йөрөмәгеҙ.
  3. Өйҙә нимәлер ҡарарға теләһәгеҙ, хужаларҙан рөхсәт һорағыҙ.
  4. Үҙегеҙҙе тыйнаҡ тотоғоҙ. Башҡаларҙың бүләген тәнҡитләп ултырмағыҙ.
  5. Табында һеҙ яратмаған ризыҡ булһа, “быны, тегене ашамайым” тип көйһөҙләнеп ултырмағыҙ. Бындай мөнәсәбәтегеҙ хужабикәне рәнйетеүе бар.
  6. Шул уҡ ваҡытта ҡомһоҙланып, һөйләшеүгә лә ҡушылмай ашап ултырыу ҙа килешмәй.
  7. Ҡунаҡта оҙаҡҡа һуҙылмағыҙ. Ҡайтҡанда хужаларға рәхмәт әйтергә онотмағыҙ.

 Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас