Йәмғиәт
18 Март , 03:00

Айырылышыуҙар кәмегән

Былтыр Башҡортостанда ғаиләләрҙә айырылышыу һаны алдағы йыл менән сағыштырғанда 26,1 процентҡа кәмегән

Айырылышыуҙар кәмегәнАйырылышыуҙар кәмегән
Айырылышыуҙар кәмегән

 Былтыр Башҡортостанда ғаиләләрҙә айырылышыу һаны алдағы йыл менән сағыштырғанда 26,1 процентҡа кәмегән.

Был бөтә ЗАГС-тарҙа ла күҙәтелә, тип хәбәр итә республиканың Юстиция буйынса дәүләт комитеты.

Никахтар һаны ла арта төшкән – 2024 йыл менән сағыштырғанда улар 2,6 процентҡа күберәк булған. Был осраҡта республикалағы ун ЗАГС-та теркәлгән никахтар һаны хатта 20 процентҡа артҡан.

Республикала былтыр йәштәрҙең 55 проценты никахҡа беренсе тапҡыр ингән, 21 проценты ире йәки ҡатыны икенсе тапҡыр никахҡа ингән ғаилә тип иҫәпләнә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас