Бөгөн, 18 мартта, Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” проектының 10 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов килде.
— “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” проекты 10 йыл инде хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙының бөтә өлкәләрҙә лә: ғаиләлә, һөнәрҙә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңышлы була алыуын күрһәткән кешеләрҙе берләштерә. Сара күптән инде Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде һәм республиканан ситтә лә киң танылыу яуланы, — тип билдәләне ул.
Тантаналы шарттарҙа Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы финалсыларын һәм еңеүселәрен тәбрикләне. Шулай уҡ үҙ ғүмерен йәмәғәт эшенә бағышлаған, халҡыбыҙҙың урхи һәм мәҙәни мираҫын киләсәк быуынға еткереүгә тос өлөш индергәне өсөн Сибай ҡалаһынан Асия Солтановаға, Өфөнән Ләлә Бейешеваға “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын, Миңлеямал Янбулатоваға Башҡортостан Башлығының Почет Грамотаһын тапшырҙы.
Конкурста ҡатнашҡан гүзәл заттарҙы “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”ның генераль директоры урынбаҫары Ирина Владимировна Бабакова менән Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, ”Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының авторы Гөлнур Ҡолһарина тәбрикләне һәм МХО-ла ҡатнашып, Рәсәй Геройы исемен алған яугирҙәрҙең әсәләренә Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалын тапшырҙылар.
Байрамға мәртәбә өҫтәп Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеобәйләнеш аша конкурста ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләне һәм Гөлнур Ҡолһаринаның Рәсәй Федерация Советының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе тураһында белдерҙе. Награданы эйәһенә тамаша залында уҡ тапшырып ҡуйҙылар.
Был көндө илебеҙҙең 15 төбәгенән уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән әсәйҙәр, билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Рәсәй Геройҙары әсәйҙәре, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ педагогтар, табиптар, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм оҫталар “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, иң-иңдәре иһә Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде.
Конгресс-холдың фойеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” республика акцияһы, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының “Ватанды һаҡлаусының атаһы”, “Ватанды һаҡлаусының әсәһе” фотокүргәҙмәһе, ирекмәндәр, халыҡ һөнәрселәре тауарҙары – милли биҙәүестәр, бетеүҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо.
Конкурс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, йәмәғәт һәм ирекмәндәр хәрәкәттәре әүҙемселәренең әсәләрен һәм ҡатындарын хөрмәтләүгә, шулай уҡ дөйөм гражданлыҡ үҙаңын формалаштырыу һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу буйынса эшмәкәрлеккә йәмәғәтселекте йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Сараны ойоштороусылар – Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.