Йәмғиәт
18 Март , 06:00

Милләттәрҙе берләштерә үҙәк

Төрлө милләт халыҡтарының йыр-моңо яңғырап тора бында  

Милләттәрҙе  берләштерә үҙәкМилләттәрҙе  берләштерә үҙәк
Милләттәрҙе берләштерә үҙәк

Ишембайҙа урынлашҡан  милли мәҙәниәттәр үҙәген ҡаланың үҙенсәлекле йәме, биҙәге тип юҡҡа атамайҙар. Ул 1993 йылда асыла һәм туған халҡының мәҙәниәтен, йолаларын үҙ итеүселәрҙең икенсе тыуған йортона әүерелә. Ҡаланың күп милләтле халҡының үтенесе буйынса Ишембай хакимиәте ярҙамы менән барлыҡҡа килә Милли мәҙәниәттәр үҙәге.  2004 йылдан ул Ленин урамындағы уңайлыҡтары булған иркен бинаға күсерелә.  Төрлө саралар уҙғарыуға үҙҙәренең залы ла барлыҡҡа килгәс, ижад донъяһында тормош тағы ла дөрләп китә.  Көнө буйы эштән һуң, күптәр кистәрен  Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә йырлап-бейеп күңелдәренә илһам алырға ашҡына. Дөйөм байрамдарҙа уртаҡ табын артына йыйылалар. Был иһә коллективтар араһындағы дуҫлыҡты тағы ла  нығыта. 

 Үҙәкте дүрт коллектив үҙ иткән, уларҙың һәр ҡайһыһының исеме  районда ғына түгел, республикала ла яҡшы таныш, һәр береһе тураһында әллә күпме һөйләргә, яҙырға мөмкин булыр ине.

“Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ вокал ансамбле – улар башҡорт йыр сәнғәтенең быуаттар төпкөлөнән килгән йолаларын һаҡлай. Республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, халыҡ исеменә лә лайыҡ булғандар, быны улар өс йыл һайын раҫлап килә.   “Аманат” башҡорт фольклор коллективы ла изге мираҫты һаҡлай.  Бында шөғөлләнеүселәр йырлап ҡына ҡалмай, төрлө музыка ҡоралдарында: думбырала, ҡубыҙҙа, мандолинала, гармунда уйнай. “Умырзая” инструменталь ансамбль менән берлектә  балаларҙы думбыраға өйрәтә.

“Шанжек” сыуаш вокал ансамленең сығыштарын да район халҡы күптән яратҡан. Тәржемә иткәндә ул “өмөт” тигәнде аңлата. Был коллектив сыуаш фольклорын һаҡлауға ҙур өлөш индерә.   Улар “Салам” тип аталған сыуаш йыры һәм бейеүҙәре республика конкурсында даими ҡатнаша һәм уңыштар яулай.

“Отрада” рус йырҙары ансамбле лә күптәндән булдырылған.   Уларҙың сығыштарында рус халҡының күңел киңлеге сағыла:  йөрәккә үтеп инерлек лирик йырҙары, шаян, дәртлеләре лә бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

“Таң” татар вокал ансамбле сығыштарын да  тамашасылар көтөп ала.  Уларҙың  да үҙҙәренә хас моңо. Район кимәлендәге сараларҙы ла йыш ҡына сығыштары менән биҙәйҙәр.

Шуныһы үҙенсәлекле, һәр коллективтың  үҙенең бай милли костюмдары бар.  Был да  үткәндәребеҙгә ҡарата ихтирамды сағылдыра.

– Беҙҙең үҙәктә төрлө телдә йырҙар яңғырап тора.  Йыр-моң – беҙҙе берләштерә,   бергә туплай.  Республика көнө, Халыҡтар Берҙәмлеге көнө кеүек байрамдарҙа һәр ваҡыт район кимәлендәге сараларҙа сығыш яһайбыҙ. Күп кенә байрамдарҙа уртаҡ сәй табыны артынына йыйылабыҙ. Бында һәр кем үҙенең телендәге йырҙарҙы ғына йырлап ултырмай. Башҡорттар русса таҡмаҡтарҙы башҡара, рустар ҡурай көйөнә бейергә төшә, татарҙар сыуаштарға ҡушылып йыр башлай. Күп йылдар дауамында бергә эшләп, бер-беребеҙҙең моңон, йолаларын  һеңдереп бөткәнбеҙ. Ошонда һәр береһе милли ризыҡтарын да алып килә. Беҙ ҙур бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, – тип һөйләне Ишембай Милли мәҙәниәттәр үҙәге директоры Раушания Вәлиева.

Әйткәндәй, Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә ошондай көслө коллективтар эшләүендә Раушания  Рамил ҡыҙының да хеҙмәте ҙур. Ул бында 15 йылға яҡын хеҙмәт итә. Һөнәри яҡтан оҫта ғына түгел,  яҡшы ойоштороусы булыуы, кешеләрҙең күңеленә юл таба белеүе менән дә яҡташтары араһында хөрмәт ҡаҙанған.    Төрлө коллективтарҙы бергә туплап оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә һәр береһенең йырҙарын да ятлап бөткән. Шуға ла Раушания Рамил ҡыҙын сәхнәлә башҡорт коллективы менән генә түгел, сыуаштар, рустар, татарҙар менән дә күреү ят  күренеш түгел.

Үҙәктәге “Дуҫлыҡ” коллективын ойоштороуға ла  Раушания Вәлиева тырышлыҡ һала. Хәҙер инде ул нығынған, көслө ансамбль. Коллективта 35 йәштән 66 йәшкә тиклемге 13 кеше шөғөлләнә. Улар төрлө һөнәр эйәләре: медицина хеҙмәткәрҙәре, хаҡлы ялдағылар, контролерҙар, ашнаҡсылар, тәрбиәселәр, лифт эшселәре. Уларҙың барыһын да башҡорт йырына һөйөү берләштерә. Йәштәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм ҡыҙыҡһыныу уларҙы бергә туплай. Коллективҡа йәштәрҙең килеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Репертуарҙа 30-лап йыр иҫәпләнә, улар   халыҡ, композитор йырҙары.

“Дуҫлыҡ” артистары   фестиваль һәм конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Торатау моңо” тип исемләнгән башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәре IV асыҡ республика конкурсында II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булғандар. Вокал-хор коллективтары араһында “Халыҡ күңеле”  II Бөтә Рәсәй конкурс-йырлау һәм капелла фестивалендә III дәрәжә лауреат булғандар.

Йыл һайын Ишембайҙың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә хәйриә концерттары ҡуйып, оло йәштәгеләрҙе шатландыралар. Мәктәптәргә сығып йәш быуын менән осрашыуҙар ҙа үткәрәләр.

–Беҙҙең үҙәктең иң төп байлығы – матур  репертуар, бай  костюмдар ғына түгел, ә ундағы кешеләр, уларҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, – тип һөйөнә  Раушания Вәлиева.

Илебеҙҙең көсө лә бит төрлө милләт халыҡтарының үҙ-ара берҙәм, татыу булыуында сағыла. Халыҡ берҙәм булһа, бер һынауҙар алдында ла  юғалып ҡалмаясаҡбыҙ.

 Фото: Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгенән.

 

 

 

Милләттәрҙе  берләштерә үҙәк
Милләттәрҙе берләштерә үҙәк
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас