Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 01:00

Ризыҡҡа тоҙҙо ҡасан һалырға?

Шулай итһәң, ит йомшағыраҡ була! Ә балыҡҡа...

Ризыҡҡа тоҙҙо ҡасан һалырға?
Ризыҡҡа тоҙҙо ҡасан һалырға?

Һеҙ ашарға бешергән саҡта ризыҡты ҡайһы мәлдә тоҙлайһығыҙ? Түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ.

- Иткә тоҙҙо әҙер булырға ярты сәғәт алдан һалһаң, ул йомшағыраҡ була.

- Бауырға тоҙҙо ҡыҙҙырып бөтөрөр алдынан ғына һибергә кәрәк, сөнки алдан тоҙлаһаң, ул ҡата. Бер аҙ һуған менән ҡаймаҡ та өҫтәп ебәрһәң, тел йоторлоҡ булыр!

- Балыҡты ҡыҙҙырырға табаға һалғансы 15 минут алдан тоҙларға кәрәк.

- Бәрәңге иҙелеп торһон өсөн – бешеп сығыр алдынан, иҙелмәһен тиһәгеҙ, башта уҡ һалырға кәңәш ителә.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас