Йәмғиәт
18 Март , 10:00

Ҡәйнәм миңә “Һыйыр!” тине...

Ә ирем мине яҡлап, исмаһам, бер һүҙ өндәшһәсе!? Етмәһә, “Насар мәғәнәлә әйтмәне бит, ул һүҙҙе гел ҡуллана”, тип әсәһен яҡлап маташа. Ә һеҙ ошондай осраҡта үпкәләр инегеҙме? Мин бит юрый улай эшләмәнем, барыһы ла осраҡлы рәүештә, яңылыш килеп сыҡты... 

Ҡәйнәм миңә “Һыйыр!” тине...Ҡәйнәм миңә “Һыйыр!” тине...
Ҡәйнәм миңә “Һыйыр!” тине...

“Бик сетерекле хәлдә ҡалдым. Ҡәйнәм менән ҡайным ҡунаҡ саҡырҙы. Улар ауылда йәшәй, ә беҙ район үҙәгендә торабыҙ. Ярҙам итеү маҡсатында ирем менән иртәрәк ҡайттыҡ. Ике бәләкәй балабыҙ бар: алты һәм дүрт йәштәрҙә.

Беҙ ҡәйнәм менән кухняла сәксәк бешерәбеҙ, ә студент бикәсем иҙән йыуып йөрөй. Балалар төпкө бүлмәлә уйнай ине. Бер мәл бәләкәйе шул тиклем ныҡ итеп ҡысҡырып илап ебәрҙе, мин шунда уҡ төпкө бүлмәгә ташландым. Шул мәлдә ҡырҡып әҙерләп, таҡтаға теҙеп һалынған сәксәктәрҙе иҙәнгә ауҙарҙым. Өҫтәүенә бикәстең иҙән йыуған биҙрәһенә эләгеп, уны түгеп ебәрҙем. Ҡәйнә китте туҙып! Миңә “Һыйыр!” тип ҡысҡырҙы. Башҡа һүҙҙәр менән дә әрләне инде. Ярай бикәс өндәшмәне. Мин дә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманым...

Балаларҙы тынысландырып, иҙәнгә һибелгән ҡамырҙы йыйып алдым. Әлбиттә, ташларға тура килде. Арыу уҡ һүҙ ишеттем инде. Бикәс яңынан һыу алып, иҙәнде ҡоротто. Бер аҙҙан ҡәйнә лә тынысланды, әммә ныҡ ҡыйын булды. Мин бит балалар менән берәй хәл булды тип уйлап, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, улар янына ашыҡтым. Кем белгән улай булырын... Ирем менән ҡайным был ваҡытта тышта ине.

Беренсе уйым барыһын да ташлап ҡайтып китеү булды. Иптәшемә аңлатҡайным, “Һыйыр” насар һүҙ түгел дә инде, тип көлдө лә ҡуйҙы. Ә миңә һис тә көлкө булманы. Был хәлдең көйөгө һаман да үтмәй әле, күңелде ҡырып тик тора. Ҡәйнәмдәргә ҡайтмағанға бер ай самаһы ваҡыт үтте. Һис тә генә күңелем тартмай, ҡайтҡым килмәй. Нисек итеп үҙемде еңергә, был хәлде оноторға икән? Һеҙ үпкәләр инегеҙме ошондай осраҡта?”

Гөлсөм исемле ҡатындың яҙмаһы.   

Д. Кәлимуллин фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас