Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 18:15

Ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды...

Түбәндә "халыҡ табибы"ның кәңәштәрен бирәбеҙ. Бәлки, кемгәлер ярҙамы тейер.

Ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды...
Ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды...

Һуңғы ваҡытта күптәр халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә. Түбәндә интернет селтәренән алынған бер яҙманы тәҡдим итәбеҙ.

“Кәләш алып дәртләнеп йәшәй башлаған ғына ваҡытым. Бесән мәле. Ат егеп, кәләшем менән бесәнгә барҙыҡ. Төшкө аш ваҡытында ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды, атлай алмай. Арбаға күтәреп ултыртып алып ҡайттым. Фермала эшләгәндә бик ныҡ һыуыҡ үткәргән. Аяғында ревматизм, парафинға баҫа, ай һайын укол ала. Бармаҡтары суртайған - полиартрит, йөрәге ауырта", - тип шылтыратты Саҡмағош районынан Айбулат.


Мин уға телефондан шундай кәңәш бирҙем:
- Плитаға (плиткаға, газға) таба ултыртып йылытырға (эҫетергә) кәрәк, бер шешә араҡы алып бер рюмка ҡалдыр, ҡалғанын эҫе табаға ҡой. Ҡатыныңды ултырғысҡа ултырт, аяғын ошо табаға баҫтыр, үҙеңә ҡатыныңдын аяғын йылы араҡы менән тубығына тиклем ыуырға кәрәк. Араҡыны табан һурып ала, табала тик һыу ғына ҡала. Шунда уҡ, баяғы ҡалған бер рюмканы эсереп, ҡатыныңды йылы юрған менән ябып һалып ҡуй, башы ла күренмәһен, - тип аңлаттым.


Бер аҙналап ваҡыт үткәс, Айбулат шылтыратты:
- Ағай, ҡатыным шәбәйҙе бит. Һеҙ өйрәткәнсе эшләнем. Һалып ҡуйған инем, ҡатыным йоҡланы, иртәнсәк кенә уянды, ә юрғаны һығып алмалы һыу ине. Үҙе, минең бер ерем дә ауыртмай, ти. Баҫып ҡарай, атлай ала. Беҙ һеҙгә шундай рәхмәтлебеҙ, - ти.

Бер айлап ваҡыт үткәс тағы шылтыратты, ҡатыны үҙен яҡшы тоя, йүгереп йөрөй. Уколын алырға ла онотҡан икән. Был хәлгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хәлдәрен һөйләп торалар.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас