Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 10:30

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ  килеп сыға

Баланығыҙ туңдырғыста һаман ҡалғанмы әле? Бөйөрөгө һәр ваҡыт танһыҡ уның.   

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ  килеп сыға
Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ  килеп сыға

Баландан бәлешен бешерһәң дә, бөйөрөгөн әҙерләһәң дә тәмле килеп сыға. Бәләкәйҙән ашап үҫкәнгәме, туйҙырмай ҙа, биҙҙермәй ҙә был ризыҡ. Бына ошо рецепт менән бешергәндә бөйөрөктөң ҡамыры айырыуса  йомшаҡ, тәмле килеп сыға.

Бының өсөн бер стакан йылымыс һыуға бер бал ҡалағы ҡоро әсетке, 2 сәй ҡалағы шәкәр, самалап тоҙ һалып бутайбыҙ һәм ун минутҡа күпертергә ҡуябыҙ. Ул тиҙ генә ҡабарып сыға. Шуны 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, йылымыс һөт һалынған ҡатнашмаға һалып бутайбыҙ ҙа он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡабарғансы эслеген әҙерләйбеҙ. Таҙартылған баланды бешерәбеҙ һәм һыуын түгеп, баланға шәкәр ҡушып әҙерләп ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡабарғас, уны йәйеп тәңәрәктәр киҫеп бөйөрөктәрҙе эшләй башлайбыҙ.

Һутлы ғына баландан бөйөрөктәр иҫ китмәле тәмле килеп сыға.

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас