Миләүшә әйтеүенсә, ул бер нисә тапҡыр атаһы менән мөнәсәбәттәрен көйләргә тырыша, әммә уның аралашырға теләге юҡ икән. Блогер әйтеүенсә, ул атаһына ҡарата битараф.
"Күрәһең, уның да миңә ҡарата йылы хистәре юҡтыр", - ти ул. Башҡорт хужабикәһе өс йәшкә тиклем ауылда олатаһы менән өләсәһендә йәшәй, шунан ата-әсәһе менән бергә Өфөгә күсәләр. Миләүшәгә һигеҙ йәш булғанда, яҡындары айырылыша. Хәтерләүенсә, атаһы бик уҫал була, "ике"ле алған өсөн ҡыҙға хатта ҡайыш менән дә эләгә.
Буласаҡ блогер, үҙе әйтеүенсә, тәүҙә насар уҡый. Миләүшә рус телендә насар һөйләшә, шуға программаны үҙләштереүе ауыр була. Ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ бала сағын олатай-өләсәй менән уҙғарыуына шат. Блогер әйтеүенсә, атаһы белемле кеше була, 90-сы йылдарҙа бизнесҡа китә. Уның үҙ ғаиләһе, Миләүшәнән 18 йәшкә кесе ҡыҙы бар. Башҡорт хужабикәһе һеңлеһе менән дә аралашмай.