Пиццаны һәр кем үҙенсә бешерә. Ҡайһылары уларҙың тел йоторлоҡ тәмле килеп сыға! Бәләбәй районы Шаровка ауыл биләмәһе башлығы, шул уҡ ваҡытта оҫта хужабикә Ильмира Ильинаның күптән һыналған тәмле рецебы бар. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ошо туҡлыҡлы ла, тәмле лә пицца бешереү сере менән уртаҡлашты:
– Пицца өсөн ҡамырҙы алдан уҡ ваҡыт булған арала баҫып, әҙерләп, һыуытҡысҡа һалып ҡуям. Уны бер-ике тәүлек һыуытҡыста һаҡларға була. Ҡамырҙы ошолай эшләйем. Һауытҡа 700 грамм тирәһе он һалам да уртаһына уйым эшләп, шунда бер балғалаҡ тоҙ, 3-5 грамм ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы зәйтүн йәки үҫемлек майы, 500 грамм тирәһе йылы һыу ҡойоп, ҡамыр баҫам. Һуңынан 10 минут ҡамырҙы ял иттерәм. Аҙаҡ тағы ла үҫемлек майы ҡушып баҫып алам. Артабан ҡамырҙы дүрт тигеҙ өлөшкә бүләм, һәр береһен үҫемлек майы менән майланған полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып һыуытҡысҡа алып ҡуйып торам. Диаметры 35 сантиметрлы дүрт пицца килеп сығасаҡ. Был ҡамырҙы алты сәғәт үткәс ҡулланыу яҡшы, икенсе көнгә лә мөмкин. Ҡамырҙың тәүге өлөшөн алып противень киңлегендә 25-35 сантимер ҙурлығында йәйәбеҙ. Йәйелгән ҡамырҙы майланған пергаментҡа һалабыҙ, күтәрелһен өсөн бер аҙ ваҡытҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан ҡамырҙы йылытылған соус менән буяйбыҙ, мин өйҙә эшләнгән соусты ҡулланам. Артабан ҡамырға нәҙек кенә итеп киҫелгән тоҙло ҡыярҙы теҙәбеҙ, уның өҫтөнә нәҙек кенә итеп түңәрәкләп киҫеп колбаса һалабыҙ. Иң аҙаҡ голланд сырын ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, пиццаның өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм йоҡа ғына итеп майонез менән буяп ҡуябыҙ. Шунан бешерһәк тә була!
Ҡамырығыҙҙың ҡалған өлөшөн туңдырғыста һаҡларға мөмкин. Кәрәк саҡта сығарып, бер аҙ ҡабартып алып, тағы пицца бешерә алаһығыҙ. Үҙең бешергән пицца телде йоторлоҡ тәмле килеп сығасаҡ, – тип һөйләне уңған ханым.
Фото: Ильмира Ильинаныҡы.