Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 15:00

Соҡорҙар менән көрәш башланды

Ул 1 июнгә тамамланырға тейеш.

Соҡорҙар менән көрәш башланды
Соҡорҙар менән көрәш башланды

Башҡортостанда яҙ килә. Йылыныу менән ҡарҙан әрселгән юлдарҙа соҡорҙар ҙа арта. Был аварияларҙың артыуына килтерә. Республика соҡорҙарҙы ямарға әҙер һәм эшкә әүҙем тотондо.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә автомобиль юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау барышы тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, асфальт-бетон япмалы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 19 мең километрҙан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән төбәк әһәмиәтендәге – 9265 километр, урындағы әһәмиәттәге – 10 мең километр самаһы.

– Авария соҡорҙарын бөтөрөү һалҡын һәм ҡойолған асфальт ысулы менән алып барыла. 6 апрелдән һуң эҫе асфальт-бетон менән эшләү өсөн АБЗ заводтарын сафҡа индереү планлаштырыла. Эштәр Өфө, Октябрьский, Нефтекама кеүек ҡалаларҙа һәм ете муниципаль районда алып барыла. 23 мартҡа ҡарата яҡынса 2670 километр автомобиль юлы тикшерелгән (14 процент), уларҙа 3162 етешһеҙлек асыҡланған һәм һанлаштырылған. 638-е бөтөрөлгән (20 процент), ҡалғандары – 2524-һе параметрҙар индереүҙе төҙәтеүгә тикшереү үтә. Улар планлы рәүештә бер нисә көн эсендә ябыласаҡ – тине министр.

Ул шулай уҡ район хакимиәттәре башлыҡтарына тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итте.

– Кемдең мөмкинлеге бар, авария соҡорҙарын асыҡлауҙы һәм һалҡын йәки ҡойолған асфальт менән бөтөрөүҙе тиҙләтергә кәрәк. 1 майға тиклем төбәк юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлауҙы һанлаштырыуҙы тамамларға. Яҙғы осорҙағы етешһеҙлектәрҙе 1 июнгә тиклем бөтөрөргә. Муниципаль берәмектәргә килгәндә, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы тикшереүҙе һәм уларҙы һанлаштырыуҙы 15 майға тиклем, уларҙы бөтөрөүҙе 15 июнгә тиклем тамамларға кәрәк, — тине Любовь Минакова.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юлдарҙа асыҡланған соҡорҙарҙы тиҙ арала бөтөрөргә, эште даими штаб режимында ойошторорға һәм бер йылға юл эштәре планын әҙерләргә ҡушты.

– Ял көндәрендә мин үҙем юлдар буйлап йөрөп килдем. Ысынлап та, юлдар “асыла” һәм күренеш насар. Күп һанлы соҡорҙар барлыҡҡа килә. Был мәсьәләне ашығыс һәм оператив хәл итергә кәрәк. Эйе, беҙҙә температура өҙөклөктәре, климат зоналары бар, әммә беҙҙең бурыс – етешһеҙлектәрҙең барыһын да тиҙ арала бөтөрөү, — тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас