Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 15:45

Таҙарынырға ваҡыт

Берҙәм өмә көнө – 18 апрель. 

Таҙарынырға ваҡыт
Таҙарынырға ваҡыт

Башҡортостанда яҙғы өмәләр 27 марттан 10 майға тиклем үтә. 18 апрель – дөйөм республика өмәһен үткәреүҙең берҙәм көнө. Был турала аҙналыҡ кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына йыйыштырыуҙы сифатлы үткәрергә ҡушты.

– Бөгөндән кешеләрҙе өмәгә сығарырға кәрәк. Был беҙҙең тирә-яҡ мөхитебеҙ. Өс-дүрт сәғәт эшләп алғандан бер кем дә зыян күрмәйәсәк. Шуныһы мөһим, эш тәртипле ойошторолорға тейеш. Өмәгә сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең эш урынын белһен, инструменттар менән тәьмин ителһен, сүп-сарҙы сығарыу шунда уҡ ойошторолһон. Муниципалитет башлыҡтары, был һеҙҙең барығыҙға ла туранан-тура йөкләмә. Быны урындарҙа ойошторорға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас