Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 00:20

"Туйҙары эй күңелһеҙ үтте, бер кем дә эсеп һуғышманы..."

Һеҙ айыҡ, йәғни өҫтәлгә бөтөнләй иҫерткес эсемлектәр ҡуймайынса туй үткәреүгә нисек ҡарайһығыҙ? Оҡшаймы, күңелле үтәме ундай туйҙар? Ә бына үҙҙәре айыҡ туй үткәргән йәш парҙар был хаҡта нимә тине? 

"Туйҙары эй күңелһеҙ үтте, бер кем дә эсеп һуғышманы..."
"Туйҙары эй күңелһеҙ үтте, бер кем дә эсеп һуғышманы..."

Айыҡ туй. Тормошобоҙға был төшөнсә күптән түгел генә килеп инде, әммә был матур күренештең  йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала барыуы – әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Элегерәк туйҙан берәйһенең айыҡ ҡайтыуын ҡоҙаларҙың насар һыйлауына япһарып ҡалдырһалар, һуңғы йылдарҙа өҫтәл тулы спиртлы эсемлек торһа ла, күптәр уны сама менән ҡулланыу йәки бөтөнләй эсмәү яҡлы.

Шундай лаҡап та бар бит: “Эй туйҙары күңелһеҙ үтте, берәү ҙә эсеп һуғышманы”, – тип һөйләгән, ти, бер әҙәм. Ә бөгөн заман да, йәштәр ҙә үҙгәрә. Күптәр икәүләшеп уҙасаҡ тормош юлын саф хистәр, изге ниәт, айыҡ аҡыл менән башлау яҡлы.

Шулай ҙа совет осоронан ҡалған “туй эскелекһеҙ булмай” тигән ҡарашты башына һеңдергән бәғзе бер ата-әсәләр, туғандар йәштәрҙең матур теләген аңлап, хуплап ҡаршы алмай. Ә бына бер нигә ҡарамай, уртаҡ тормоштарының иҫтәлекле тантанаһын иҫерткес эсемлекһеҙ билдәләгән йәштәр үҙҙәре был турала ни әйтер? Ни өсөн улар тап шундай ниәткә килгән? Оҡшағанмы уларға һәм туғандарына айыҡ туй?

Илһөйәр һәм Алим ЗӘЙНУЛЛИНДАР:

– Айыҡ туй үткәреү икебеҙҙең дә теләгебеҙ ине. Эскелек менән бөтөнләй дуҫ түгелбеҙ, шуға шундай ҡарарға килдек. Бар тәбиғәт алтынға мансылған сентябрь айында, Баймаҡ ҡалаһында гөрләп туй тантанабыҙ үтте. Үҙебеҙ ҙә, туғандар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.

Эскелек менән генә күңел аса белгән кешеләргә йәлләп ҡарайбыҙ. Ғөмүмән, ғаилә байрамдарын иҫерткес эсемлек менән билдәләүгә ҡаршыбыҙ. “Ғаилә тормошон араҡынан башлау – Рәсәйҙә айырылышыуҙар һаны артыуының тәүге сәбәбе булып тора” тигән фекерҙе уҡырға тура килгәйне. Беҙ ошоноң менән тулыһынса килешәбеҙ.

Альбина һәм Айнур ИСХАҠОВТАР:

– Динебеҙ тәғлимәттәре буйынса йәшәүсе кешеләр булараҡ, туйыбыҙҙы айыҡ  итеп үткәрергә булдыҡ. Шундай матур, иң бәхетле көнөңдә араҡы эсеп, ғаилә тормошон харамдан башлау – килешкән эш түгел, тип һанайбыҙ. Йәштәштәребеҙҙе лә шуға өндәйбеҙ, бергә үтәсәк ғүмер юлығыҙҙы айыҡ туйҙан башлаһағыҙ, тормошоғоҙҙа хәмер-харамға урын булмаҫ, тип мөрәжәғәт иткебеҙ килә. Милли стилдәге матур костюмдар кейеп, күңелле башҡорт көйҙәренә бейеһәгеҙ, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һаҡланып килгән йолаларын үтәһәгеҙ, әҙәпле уйындар уйнаһағыҙ, әлбиттә, иҫтә ҡалырлыҡ байрам буласаҡ. Заманса туйҙарҙың ҡайһы берҙәрендә  бигерәк халҡыбыҙға хас булмағанса ҡыланалар. Ҡот осҡос костюмдар кейеп йөрөгән иҫерек кешеләр, ҡатын булып кейенгән ир-егеттәр бөтә байрамдың йәмен боҙа, беҙҙеңсә. Кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр була торған тантананы күркәм, әҙәпле итеп үткәреүгә бер нимә лә етмәй.

Ғәлиә һәм Ильяс БАЙЕГЕТОВТАР:

– Айыҡ туй үткәреүҙе бөтә ғаиләбеҙ менән ҡарар иттек, сөнки туғандарыбыҙ араһында дин юлындағы кешеләр байтаҡ. Үҙебеҙ ҙә эскелеккә ҡаршыбыҙ.

Аллаға шөкөр, туйыбыҙ бик күңелле, матур үтте, бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Байрамдың нисек уҙыуы, әлбиттә, алып барыусынан да тора. Әгәр ул ҡунаҡтарҙы берләштереп, уйындарға йәлеп итһә, ике яҡтан йыйылған туғандар үҙҙәре лә йыр-бейеүгә әүәҫ, ихлас булһа, күңелһеҙләнергә урын ҡалмай.

Йәштәр айыҡ туйҙы күңелле үткәреү алып барыусыға ла бәйле, тип әйтеп үтте. Ә бына тамадалар бындай тантаналарҙы үткәреүгә нисек ҡарай икән? Айыҡ туй үткәреү ғәҙәтиһенән ауырыраҡ түгелме? Ошо һорауҙар менән билдәле генә тамадаға мөрәжәғәт иттек.

– Шөкөр, йылдан-йыл иҫтәлекле ғүмер байрамын айыҡ туй рәүешендә билдәләргә теләүселәр арта бара. Шуныһы шатландыра: был теләк ата-әсәләрҙән түгел, ә тап йәштәрҙең үҙенән сыға. Ҡайһы бер осраҡта кейәү менән кәләштең матур ниәтен туғандары аңламай, ҡабул итмәй маташа. Әммә мин айыҡ туй күңелһеҙ үтә, тигән фекер менән бөтөнләй килешмәйем. Бына тигән итеп күңел асып, ихлас бейеп-йырлап, аралашып ҡайтырға була ундай тантананан да!

Быйылғы йәй миҙгелен алып ҡарағанда, һәр айҙа дүртәр туй үткәрергә тура килде, шуларҙың берәре айыҡ байрам булды. Тимәк, һандар теле менән әйткәндә – 25 проценты. Тағы бер-ике йылдан был күрһәткес яртылаш, йәғни 50 процент булыр, тип ышанам. 

Тағы ла бер нәмә хаҡында әйтер инем: айыҡ туй сығымдар йәһәтенән дә отошлораҡ, сөнки байрам табынына киткән аҡсаның яҡынса 40 проценты эсемлектәр өлөшөнә тура килә. Кешеләр ошо йәһәттән дә аңлабыраҡ эш итергә өйрәнә, минеңсә.

Киләсәктә айыҡ туйҙар матур йолаға әйләнһен, йәштәр парлы тормошон изге ниәт менән башлап, ныҡлы, татыу ғаиләләр ҡорһон, тигән теләктәмен.

Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитенең архивынан.

Авторы - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.  

Розалия Хисаева фотоһы. (Был фотоның әлеге мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ). 

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас