Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 14:30

"Ҡәйнәм баламды тәрбиәләүгә ҡыҫылып аптырата..."

Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, балам бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейендермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды...

"Ҡәйнәм баламды тәрбиәләүгә ҡыҫылып аптырата..."
"Ҡәйнәм баламды тәрбиәләүгә ҡыҫылып аптырата..."

Рус халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәттәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә лә асыҡ сағыла. Рустар “Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ”, “Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай” тиһә, беҙҙең халыҡ “Килен килер, киле һабылай теле килер”, “Йыуаш ҡәйнәнән дә “ыш” тигән һүҙ сығыр”, ти.

Сәлимә исемле танышым ҡәйнәһе менән йәшәй. Яҡын күреп йыш ҡына хәлдәрен һөйләп, унан арыу уҡ өлкәнерәк тә булғас, кәңәш һорап ала. Өйләнешкәс, күп тә тормай, ҡәйнәһенең бер бүлмәле фатирын һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алып ебәрҙеләр. “Ҡабаланманығыҙмы икән? Ҡәйнәң йәш. Олоғайып, ярҙам кәрәкһә, бергә йәшәп өлгөрөр инегеҙ. Башҡаның башы ауырымай, тиҙәр бит”, – тип шик белдерҙем.

Тиҙҙән йәш килен менән ҡәйнә араһында аңлашылмаусанлыҡтар башланды. “Ныҡ үсексән, һүҙ күтәрмәй. Мин әйткән һәр нимәнән йөй эҙләй. Шуға артыҡ һүҙ ҡушырға тырышмайым. Иң йәнемде көйҙөргәне: бала тәрбиәләүгә ҡыҫыла. Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, улым бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейендермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды.

Әллә үҙем берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәйемме? Өндәшмәй ҙә ҡала алмайым, әммә ураған һайын һүҙгә килешеп йәшәү ҙә ялҡытты..."

Олеся Вилданова фотоһы. (Был фотоның әлеге мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ).

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас