Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март , 00:45

Әсәйем көн һайын килеп аптырата

40-ты үткән ҡыҙына нимә өйрәтергә теләйҙер...

Әсәйем көн һайын килеп аптырата
Әсәйем көн һайын килеп аптырата

“Миңә 43 йәш, әсәйемә – 70. Әллә ҡасан үҙ ғаиләм бар, балаларым да үҫеп буй еткереп бөтөп бара. Ә әсәйем... һаман мине контролдә тоторға маташа. Арыным!

Ағайым менән мине әсәйем яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Атайыбыҙ йәшләй генә төрмәгә эләгеп, шунда үлеп ҡала. Уны иҫләмәйем дә тиерлек. Балаларым үгәй атай ҡулында үҫмәһен тип, ул башҡаса кейәүгә сыҡманы. Ә беҙ, әйткәндәй, унан бындай ҡорбан һораманыҡ.

Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙе кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип ныҡ тырышты, бер юлы ике, хатта өс урында эшләгән саҡтары ла булды. Бай йәшәмәһәк тә, юҡлыҡ та күреп интекмәнек. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт, әлбиттә.

Бәләкәй ҡалала торабыҙ. Ағайым ғаиләһе менән алыҫта, себерҙә йәшәй. Ҡартайған көнөндә яңғыҙ булмаһын тип әсәйемде лә яныбыҙға, беҙҙән алыҫ булмаған йортҡа күсереп алдыҡ. Ул ауыл тип бер ҡасан да йәбешеп ятманы һәм ихлас ризалашып күсте. Әммә шул көндән беҙҙе йонсота башланы.

Унда беҙҙең фатирҙың асҡысы бар. Көндөҙ ирем менән мин эштә, балалар мәктәптә, колледжда. Ә әсәйем, көн һайын ошо ваҡытта беҙгә килә. Асҡысы менән асып инә, әйберҙәрҙе урынынан күсерә, бөтә нәмәне тикшереп сыға. “Ниңә улай итәһең”, тигәнгә, мин бит ярҙам итәм, өйөңдө йыйыштырам ти. Көн һайын сүп-сар биҙрәһен тикшерә, һәм уныңса “кәрәк” әйберҙе ташлағанды күрһә, сығарып, иң күренгән урынға һалып ҡуя.

Әйберҙәренә тейгәнде ирем дә, балалар ҙа яратмай. “Әсәй, теймә” тиһәм тағы үпкәләй. Иң йәнде көйҙөргәне, көн дә нимәлер бешереп килтерә. Йә ҡоймаҡ, йә пирог, йә башҡа майлы ризыҡ. Беҙ уларҙы яратмайбыҙ, һимереп китмәҫ өсөн дөрөҫ туҡланабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, бик тәмле лә түгел уның бешергәне. Ашамаһаң, ташлаһаң, үпкәләй. "Мин һеҙгә ярҙам итәм, ә һеҙ ҡәҙеремде белмәйһегеҙ", тип ҡысҡыра. Шуға иртән һайын шым ғына үҙем менән тотоп сығып, урамдағы эттәргә биреп китәм.

Әсәйем сирле түгел, үҙ аңында, ныҡлы, энергияһы ташып торған ҡатын. Башҡа шөғөл тап тиһәң, үпкәләй. Ағайыма әйтһәм, ул әрләй. “Әсәйҙең ҡәҙерен бел” тип аҡыл өйрәтә. Еңгәбеҙ ошолай көн дә килгәненә бер ҙә түҙмәҫ ине, ә мин ҡыҙы булғас һүҙ әйтә алмайым. Ни эшләргә? Уның арҡаһында ғаиләм менән араны боҙғо килмәй. Ныҡ ҡаты әйтеп, әсәйҙе үпкәләтеүе лә ауыр. Кәңәш кәрәк”.

Танышымдың ошо һүҙҙәрен ишеткәс аптырап ҡалдым. Бындай йәштә әсәйең булыуы, уның иҫән-һау йөрөп ятыуы бәхет тә бит. Әллә мин аңламайым, әллә ул шаша. Нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

Фото: нейроселтәр ярҙамында булдырылды. 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас