Йәмғиәт
24 Март , 14:15

Юғалтыу

Бөгөн, 24 мартта, Мәскәүҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре Салауат Хөрмәт улы Әминев вафат булған. 

ЮғалтыуЮғалтыу
Юғалтыу

Бөгөн, 24 мартта, Мәскәүҙә 79 йәшендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре Салауат Хөрмәт улы Әминев вафат булған.

Салауат Әминев 1946 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ул ябай эшсе – экскаватор машинисы ярҙамсыһынан билдәле дәүләт эшмәкәренә тиклем абруйлы хеҙмәт юлы үтә. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Өлкә комитетында һәм БАССР Министрҙар советында юғары вазифалар биләй: республиканың мәҙәниәт министры, БР Президенты аппараты етәксеһе була, Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең һалым хеҙмәтендә эшләй.

Салауат Хөрмәт улы – иҡтисад фәндәре кандидаты, Темәс ауылының почетлы гражданы.

С.Х. Әминев 25 мартта Мәскәүҙәге Троекуров зыяратында ерләнәсәк.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас