Йәмғиәт
25 Март , 04:00

Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!

Илештәр гуманитар ярҙам йыя

Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!
Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!

Махсус хәрби операция башланғандан алып Ватан һағында торған яугирҙәргә республика халҡынан ярҙам ағымы туҡтамай. Һәр кемдең индергән өлөшө дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итеүен изге йөрәкле яҡташтарыбыҙ яҡшы аңлай.

Яңыраҡ Илеш районының Йәркәй ауылы биләмәһенән Нәзибә менән Марат Мөхәмәтовтарҙың быҡтырылған ит, балыҡ консервалары, ҡуйыртылған һөт, сәй, шәкәр, бирсәткәләр тапшырыуы ошо хаҡта һөйләй.

Шулай уҡ Бишҡурай ауыл биләмәһе халҡы бергәләп алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына ярҙам йыйып тапшырған – аҙыҡ-түлек, йылы эске кейем, гигиена һәм медицина саралары.

Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән изге йөрәкле ватандаштарыбыҙға рәхмәт. Онотомағыҙ: һеҙҙең ярҙам - Еңеүҙе яҡынайта!

Фото: Илеш район хакимиәтенең "Макс"тағы төркөмөнән.

Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!
Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайта!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас