Йәмғиәт
25 Март , 09:50

Мәҙәниәттәр төрлөлөгө асыҡ сағылды

Науруз байрамы айҡанлы саралар йыл һайын төрлө уҡыу йорттарында үтеп тора. Уларҙа беҙ ҙә ҡатнашҡаныбыҙ бар. Ә бына бындай алымда, йәғни фәнни форум булараҡ ойошторолған сарала тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. 

Мәҙәниәттәр төрлөлөгө асыҡ сағылдыМәҙәниәттәр төрлөлөгө асыҡ сағылды
Мәҙәниәттәр төрлөлөгө асыҡ сағылды

Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған «Мәҙәниәттәр диалогы» республика студенттар ғилми форумы үтте. Сара Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге булышлығында ойошторолдо. Форум Рәсәй һәм сит ил студенттарын берләштереүҙе, асыҡ мәҙәни-ара диалог, йолалар менән танышыу һәм халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Сарала ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова ла бар ине.

– Науруз байрамы айҡанлы саралар йыл һайын төрлө уҡыу йорттарында үтеп тора. Уларҙа беҙ ҙә ҡатнашҡаныбыҙ бар. Ә бына бындай алымда, йәғни фәнни форум булараҡ ойошторолған сарала тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Бында ғилми кимәлдәге докладтар ҙа тыңланыҡ, мәҙәниәттәр төрлөлөгөн сағылдырған концерт номерҙары ла булды, студенттар милли кейем өлгөләрен дә күрһәтте. Иң мөһиме – төрлө милләт йәштәре бер-береһенең йолалары, традициялары тураһында бик күп мәғлүмәт белде. Мәҫәлән, Ҡорбан байрам, Һабантуй, Масленница, Науруз һ.б. байрамдарҙың килеп сығыу тарихы, ниндәй халыҡта нисек билдәләнеүе бик ҡыҙыҡлы булғандыр, тип уйлайым. Сит ил студенттарының күп булыуы, уларҙың һәр сығышты иғтибар менән тыңлауы оҡшаны. Был уларға яңы илгә, яңы шарттарға өйрәнеү өсөн дә бик кәрәк, – тип билдәләне Эльмира Рәдиф ҡыҙы.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас