Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 21:40

Бесәй хужаһының башы эргәһенә ятһа, был ниҙе аңлата?

Беҙ тоймағанды ла уның шулай һиҙә алыуы тураһында халыҡта төрлө ышаныу йәшәй

Бесәй хужаһының башы эргәһенә ятһа,  был ниҙе аңлата?
Бесәй хужаһының башы эргәһенә ятһа, был ниҙе аңлата?

Бесәй тураһында борон-борондан төрлө ышаныуҙар, юрауҙар йәшәй. Уның иң йыш таралғаны - яңы йортҡа иң беренсе бесәйҙе кереткәндәр. Шул ваҡытта был өйҙә бәхет, уңыш була тип ышанғандар. Бесәй йорттағы насар энергияны үҙенә ала, шулай итеп ул ундағы мөхитте таҙарта тигәндәр. Әлеге заманда ла был йола бар, күптәр яңы йортҡа күскәндә иң тәүҙә бесәйен индерә. Был хайуан өйҙәге яҡшы энергиялы урынды ла тоя икән. Бесәй ятҡан ер тыныс тип, шунда карауаттарҙы, ашаған өҫтәлде ҡуйырға тырышҡандар.

Бесәй йыш ҡына кеше эргәһендә йоҡларға ярата. Хужаһының башы янына ятһа, стрестан, ауырыуҙарҙан һаҡлай, насар энергияны юҡ итә тигән ышаныу бар. Йөрәге эргәһенә ятһа, ғүмерен оҙайта, аяғы эргәһендә икән, хужаһын һаҡлай тигәндәр.

Ғөмүмән, бесәйҙең хатта мырылдауы ла кешенең күңел көсөргәнешенән бушанырға ярҙам итә, күңелдә ыңғай кисерештәр барлыҡҡа килтерә, тигән фекер бар.  

Бесәй менән бәйле төрлө юрауҙар ҙа ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, “Бесәй йыуынһа – ҡунаҡ килә” тигәнде барыбыҙҙың да ишеткәне бар. Әгәр бесәй ҡунаҡтың эргәһенән китмәй, аяҡ аҫтында һыпырылып йөрөһә, ҡасмаһа, был  кеше ыңғай, изге күңелле, тигәндәр.

Элек-электән бесәй йорт хужаларының ярҙамсыһы булған. “Бесәй ҡарғышын алма” тип  юҡҡа әйтмәгәндәр. Шуға хужалар эт-бесәйен бер ҡасан ас тоторға тырышмай.

Автор фотоһы.   

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас