Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 21:15

Иҫкәртеү яһаған өсөн... Тәүҙә машина менән бәрҙергән, шунан...

Бындайҙы күргән юҡ ине әле...

Иҫкәртеү яһаған өсөн... Тәүҙә машина менән бәрҙергән, шунан...
Иҫкәртеү яһаған өсөн... Тәүҙә машина менән бәрҙергән, шунан...

Башҡа һыймаҫлыҡ хәл Шакша биҫтәһендә булған. Подъезд эргәһендә машинала спиртлы эсемлек эсеп ултырған дүртәүгә иҫкәртеү яһап, ДАИ-ға хәбәр итәм тип үтеп киткән ирҙе ярым-яланғас иҫерек водитель ҙур тиҙлектә килеп бәрҙергән, шунан машинаһынан төшөп ныҡ итеп туҡмаған.

Видеояҙманан күренеүенсә, зыян күреүсе ҡаршылаша ла алмай. Ирҙе осраҡлы үтеп барыусылар һалдырып алмаһа, ваҡиғаның ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс.

Зыян күреүсе ир әле Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында, аяғы, яңағы һынған, бөтә тәне күм-күк,имгәнгән, мейеһе төшкән - хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
 
Күрәләтә кеше ғүмеренә яҫҡынған 39 йәшлек иҫерек водителде полиция бүлегенә килтергәндәр. Уға енәйәт эше асыу тураһында һорау ҡарала.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас