

Өйҙә яҡындарыңды һыйлайым тиһәң дә, ҡунаҡтар өсөн дә “Баллы торт” - сәйгә шәп ризыҡ. Бәләбәй районынан Илмира Ильина һеҙгә был торттың еңелерәк бешерелә торған рецебын тәҡдим итә.
-Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы бал, яҡынса 1 балғалаҡ сода алабыҙ, уны уксус менән һүндерергә ярамай. Ҡаҙанды газға ҡуйып, масса артҡанға тиклем күпергәнсе йылытабыҙ. Артыҡ йылытырға ла кәрәкмәй.
Артабан күпме кәрәк он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Артығын һалып ебәрмәҫ өсөн әҙ-әҙләп өҫтәйбеҙ. Сөнки әгәр ҡамыр ҡаты булһа, корждар ҙа ҡатып китәсәк. Шуға ҡамырҙың бер аҙ йәбешеп тороуы яҡшы.
Һуңынан ҡамырҙы бүлгеләп, корждар бешереп алабыҙ. Кремды ошолай эшләйбеҙ: 1 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һөт, 2-3 аш ҡалағы он һалып уларҙы ныҡ итеп бутайбыҙ һәм ҡуйырғансыға тиклем бешерәбеҙ, бутап торорға ла онотмайбыҙ.
Был массаны һыуытҡандан һуң уға ярты ҡап аҡ май һәм бер һауыт ҡуйыртылған һөт өҫтәп һәйбәтләп аралаштырабыҙ. Аҡ май ҡына ҡушып эшләһәң дә тәмле була.
Фото: Илмира Ильинаныҡы.