Йәмғиәт
28 Март , 14:00

Әбей терпеләрҙе таяҡ менән туҡмап үлтергән

Юлыбыҙ Хәтирә әбейҙең өйө янындағы тыҡрыҡтан үтә. Барғанда бер нимә лә абайламағайныҡ, ҡайтышлай шунда үлеп ятҡан ике терпегә тап булдыҡ. Аптырап, быларға нимә булды икән, тип оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ. Бәлки, үлмәгәндәрҙер тип, сыбыҡ менән һаҡ ҡына төртөп тә ҡараныҡ. Терпеләр ысынлап үлгән, улай ғына түгел, эс яҡлап тәндәре иҙелгән, яралары ҡанһырап тора ине... 

Әбей терпеләрҙе таяҡ менән туҡмап үлтергәнӘбей терпеләрҙе таяҡ менән туҡмап үлтергән
Әбей терпеләрҙе таяҡ менән туҡмап үлтергән

Була бит иҫ киткес алсаҡ, йомшаҡ һүҙле кешеләр! Хәтирә әбей ҙә тап шундай булып тойолдо башта. Миңә “балам” тип, ҡыҙҙарыма “бәпестәрем” тип кенә өндәшә.

Берәй йомош менән урамда осраһа ла, балаларҙың арҡаһынан һөйөп, матур теләктәрен теләп тороп ҡала. Эргә-тирәләге бәләкәстәр ҙә ярата үҙен: “Хәтирә әбей һәйбәт кенә, ивет”, – тиҙәр.

Бер көн еләк ҡарап киләйек әле тип, урманға барырға булдыҡ. Юлыбыҙ Хәтирә әбейҙең өйө янындағы тыҡрыҡтан үтә. Барғанда бер нимә лә абайламағайныҡ, ҡайтышлай шунда үлеп ятҡан ике терпегә тап булдыҡ. Аптырап, быларға нимә булды икән, тип оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ. Бәлки, үлмәгәндәрҙер тип, сыбыҡ менән һаҡ ҡына төртөп тә ҡараныҡ. Терпеләр ысынлап үлгән, улай ғына түгел, эс яҡлап тәндәре иҙелгәйне.

Шул саҡ ҡапҡаһынан Хәтирә әбей килеп сыҡты. Беҙҙең үлгән терпеләрҙе ҡарап тороуыбыҙҙы күреп: “Эй, ҡаҡшаттылар ошолар. Көн дә киләләр ине, яҡшы иттем”, – тип һөйләнде.

– Нисек ҡаҡшаттылар? Уларҙың ниндәй зыяны бар һуң? – тип һораным, аптырап.

– Игенгә тейәләр. Ҡаҙҙарыма тип алған ашлыҡты ташыйҙар бит. Таяҡ менән туҡмап үлтерҙем, – булды яуап.

Телһеҙ ҡалдым. Балаларҙы алып, тиҙерәк был урындан киткем килде.

Ҡыҙҙар ҙа ауыр кисерҙе был хәлде. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй атлағандан һуң алты йәшлек өлкәне: “Мин Хәтирә әбейҙе яратмайым. Ул насар! Ул терпеләрҙе үлтергән!” – тип әйтеп ҡуйҙы...

Фото авторы: Мария Выблова (“Кумертауское время” гәзите).

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас