Йәмғиәт
28 Март , 08:00

Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған

Ғаилә башлығы Әхәт Кирамов: "Бергә-бергә эскән сәйҙәр ниндәй тәмле. Был беҙҙең матур йолаға әүерелһен!" - ти 

Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйғанКирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған
Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған

Кисә, изге йома көнөндә, Баймаҡтың билдәле эшҡыуарҙары, ирекмәнлек хәрәкәтенә тос өлөш индергән, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылып ҡына торған Эльвира һәм Әхәт Кирамовтар һәр кемде "Самауыр сәйе"нә саҡырҙы. Теләгән һәр кем  "Нур" магазины алдында һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында рәхәтләнеп үлән сәйе эсте. Тәмлекәстәрҙе Эльвира үҙе лә, ҡәйнәһе лә, күрше-күләндәре, дуҫтары ла бешергән ине. Ғаилә башлығы Әхәт Кирамов: " Бергә-бергә эскән сәйҙәр ниндәй тәмле. Был беҙҙең матур йолаға әүерелһен!"-тип йылмайҙы. 
Көлөшә-көлөшә яҙғы ҡояш нурҙарына ҡыҙынып эскән сәй бигерәк тәмле икән. Һәр саҡ кешеләрҙе хәстәрләгән Кирамовтарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар шатлығы теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған
Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған
Кирамовтар баймаҡтарҙы самауыр сәйенә йыйған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас