Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 16:00

Яңы технологияларҙы баҫыуҙа ла ҡулланалар

Яңы технологияларҙың ыңғай яҡтары күп – дрондар ямғыр яуып үткәндән һуң бер нисә сәғәттән һуң эшләй ала. Элек, ямғырлы көндә эшләп булмау сәбәпле, күп кенә уңыш юғалтыла ине. 

Яңы технологияларҙы баҫыуҙа ла ҡулланалар
Яңы технологияларҙы баҫыуҙа ла ҡулланалар

Ауыл хужалығының мөһим тармаҡтарының береһе булған үҫемлекселектә мул уңыш алыу көнүҙәк, сөнки етештереүгә киткән сығымдар, үҫтерелгән продукцияға хаҡ менән сағыштырғанда, күберәк тәшкил итә. Сығымды кәметеү маҡсатында пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла.

Башҡортостанда ла ауыл хужалығы тармағында орлоҡ сәскәндә агродрондарҙы файҙаланырға уйлайҙар. Республика Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың матбуғат конференцияһында белдереүенсә, яңы технологиялар аграр сәнәғәт комплексында ҡуланыла. Бының өсөн иң тәү сиратта техника камиллаштырыла. Илшат Илдус улының билдәләүенсә, совет осоронда бер совхозға уртаса дүрт-алты мең гектар ер тура килгән. Уларҙы 30 тирәһе комбайн эшкәрткән һәм 120 тирәһе хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бөгөн ошо бурыстарҙы ике сәсеү комплексы һәм бер нисә хеҙмәткәр атҡара.

– Киләһе этап – был эште кабинаға кешене ултыртмайынса атҡарыу йәки техникаға офистан йәки телефондан, компьютерҙан идара итеү. Улар – тиҙ үҫешкән пилотһыҙ осоу системалары һәм иң тәү сиратта химик эшкәртеүгә йәлеп ителә, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереүгә ҡағыла, – тине вице-премьер.

Элек баҫыуҙарҙа һиптерткестәрҙе тонналап ҡулланһалар, хәҙер  пилотһыҙ осоу аппараттары грамлап файҙаланасаҡ. Ошо миҡдарға кәрәкле концентрацияны һалырға кәрәк. Был ысулдың тағы ыңғай яғтары – дрондар ямғыр яуып үткәндән һуң бер нисә сәғәттән һуң да кире баҫыуҙа эшләй ала. Ә быға тиклем, ямғырлы көндә эшләп булмау сәбәпле, күп кенә уңыш юғалтыла ине.

Тағы пилотһыҙ осоу аппараттарын бәләкәй орлоҡтарҙы сәсеүҙә ҡулланмаҡсылар. Ҡарҙың иреп бөтөүен көтмәйенсә, баҫыуҙа техниканы ҡабыҙмайынса яҙғы эште башларға мөмкин. Өҫтәүенә вегетация осоро 10 – 15 көнгә ҡыҫҡара, тимәк, уңыш та иртәрәк өлгөрә.

Әйткәндәй, сәнәғәт предприятиеларында ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре уй-теләктәрен иҫәпкә алып кәрәкле аппараттар етештерелә.

– Беҙгә агродрондың 100 килограмдан кәм булмаған ауырлыҡтағыһы һәм 30 минуттан кәм булмаған ваҡытта күтәрелә торғаны кәрәк. Пилотһыҙ осоу аппаратының бер гектар ерҙә эшләү,  хеҙмәтләндереү, энергия заряды йәки яғыулыҡ өсөн хаҡының 200 һумдан артмауы кәрәк. Киләһе йылда ошондай өлгөләр булыр, тип өмөт итәбеҙ, – тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр дрондарҙың химик эшкәтеү хеҙмәте гектарына 600 һум тәшкил иткән. Бөгөн республикалағы аграр предприятиеларҙың иҫәбендә, дөйөм алғанда, 40 килограмлыҡ йөк күтәреү мөмкинлеге булған һәм 20 минут ҡулланып булған 10-ар аппаратлы дүрт дивизион агродрон бар.

Әйткәндәй, Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу дауам итә. Уҡытыу мини-дрондарҙа осоуҙан башлана – улар ҡағылыуҙан һәм йығылыуҙан һаҡланған, хаҡтары һатып алырлыҡ һәм сикләнгән арауыҡта осоу мөмкинлеген бирә.  

Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыуҙар үҙәгендә “Пилотһыҙ осоу аппараты операторы” белгеслеге буйынса уҡыталар. Студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә һәм дрондарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.

Программа комплекслы уҡыуҙы тәьмин итә: студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы шулай уҡ ялан шарттарында хеҙмәтләндерергә өйрәнә.  

 – Программа баштан алып тулыһынса, хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһен һәм осоу буйынса белемен иҫәпкә алып, эшләнгән. Быға тиклемге вазифам самолетта штурман булды, шуға күрә программаны төҙөгәндә барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алдым, – тип хәбәр итте Өфө фән һәм технологиялар университетының радиоэлектроника ҡорамалдары кафедраһы уҡытыусыһы Павел Морозов.

Уҡыу үҙәгендә FPV‑дрондар һәм разведкалау, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары бар. Курсты тамамлағас, август аҙағында пилотһыҙ осоу аппараттары операторы таныҡлығына эйә буласаҡтар. Ошонан һуң белгестәр Рәсәй Оборона министрлығының мобилизациялау резервына алынасаҡ. Тупланған белемде граждандар өлкәһендә – ауыл хужалығында, төҙөлөштә һәм авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәтендә – файҙаланып буласаҡ.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу дауам итә. Уҡытыу мини-дрондарҙа осоуҙан башлана – улар ҡағылыуҙан һәм йығылыуҙан һаҡланған, хаҡтары һатып алырлыҡ һәм сикләнгән арауыҡта осоу мөмкинлеген бирә.  

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас