Йәмғиәт
30 Март , 13:30

Бала ҡарамаған, ә байыған!

Өфөлә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын ай һайын балалар пособиеһы алып йәшәгән. Ҡатын законһыҙ рәүештә 360 мең һумға байыған.

Бала ҡарамаған, ә байыған!Бала ҡарамаған, ә байыған!
Бала ҡарамаған, ә байыған!

Өфөлә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын ай һайын балалар пособиеһы алып йәшәгән. Ҡатын законһыҙ рәүештә 360 мең һумға балалар пособиеһына байыған.

Совет районы прокуратураһы 2026 йылдың ғинуар-февралендә ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ир Социаль фондҡа айлыҡ пособие һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң тикшереү үткәрҙе. Асыҡланыуынса, түләүҙәрҙе уның элекке ҡатыны ала.

Күҙәтеү саралары күрһәтеүенсә, суд ҡарары буйынса ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатын 2025 йылдың мартынан 2026 йылдың февраленә тиклем 360 мең һумдан ашыу аҡса алған. Аҡсаны ул үҙе теләгәнсә тотона. Прокуратура материалдарҙы тәфтиш органдарына ебәрә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышын күҙәтеү ведомствоһы контролдә тота.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас