Йәмғиәт
31 Март , 04:00

Ҡайын һыуынан шифалы һут әҙерләгеҙ!

Әфлисунды түңәрәкләп теләбеҙ, стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға өс телемен һалабыҙ. Емеш янына лимон кислотаһы һәм шәкәрҙе өҫтәйбеҙ.Ҡайын һыуын эҫе килеш банкаға ҡоябыҙ һәм стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Ҡайын һыуынан шифалы һут әҙерләгеҙ!Ҡайын һыуынан шифалы һут әҙерләгеҙ!
Ҡайын һыуынан шифалы һут әҙерләгеҙ!

Тәмле һәм файҙалы эсемлекте совет осоронда күпләп әҙерләп, һуңынан банкаларҙа һата инеләр. Организмдың талсыҡҡан, витаминдарға мохтаж мәлендә йәки мунсанан сыҡҡас эсһәң, тәндәрең яҙылып китә. Һеҙ ҙә түбәндәге рецепт буйынса ҡайын һыуын оҙайлы һаҡлауға әҙерләгеҙ.

Өс литрлыҡ банка өсөн ҡайын һыуы, өс телем әфлисун (теләгәндәр лимонын да һала ала), 100 – 200 грамм шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы алына.
Яңы ғына йыйылған һәм һөҙөлгән ҡайын һыуын көслө утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, өҫтөндә йыйылған күбекте алып торабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ.
Әфлисунды түңәрәкләп теләбеҙ, стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға өс телемен һалабыҙ. Емеш янына лимон кислотаһы һәм шәкәрҙе өҫтәйбеҙ.
Ҡайын һыуын эҫе килеш банкаға ҡоябыҙ һәм стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
Түңкәреп, өҫтөнә юрған ябабыҙ. Банка һыуынғас ҡына, уны ҡараңғы һәм һалҡын урынға урынлаштырабыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас