Йәмғиәт
31 Март , 06:30

Бурыстарҙы уңышлы үтәнек

Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2025 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙеләр

Бурыстарҙы уңышлы үтәнекБурыстарҙы уңышлы үтәнек
Бурыстарҙы уңышлы үтәнек

31 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 31-се ултырышында ҡатнашты, унда республика Хөкүмәтенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә отчет тыңланылар.

Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәҡдим итте, шунан һуң депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Уның билдәләүенсә, 2025 йыл ысынлап та бик ҡатмарлы булды. Шуға ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ һөҙөмтәле эш башҡарыла. 

– Бер нисә төп күрһәткестәргә иғтибар итергә теләйем. Беренсеһе – тулайым төбәк продуктын арттырыу. Беҙҙә үҫеш темптары юғары, был иҡтисад торошон сағылдыра. Икенсеһе – инвестициялар үҫеше. Беҙ уларҙың ете йыл дауамында өҙлөкһөҙ артыуын тәьмин итәбеҙ. Тағы бер күрһәткес – бюджетыбыҙҙы арттырыу. Ул дефицитлы булып ҡала, әммә бында билдәле бер балансты һаҡлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте, шул иҫәптән милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән берҙәм эшләүҙе билдәләне.

– Беҙ социаль өлкәгә йүнәлтелгән федераль дотациялар һәм субсидиялар күләмен арттырҙыҡ. Дөйөм алғанда, төбәк алдында торған бурыстарҙы уңышлы үтәнек. Киләсәктә көсөбөҙҙө элек билдәләгән өҫтөнлөктәргә йүнәлтәйек. Был махсус хәрби операцияға ярҙам итеү һәм республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Беҙҙең иҡтисад етди глобаль проблемаларға юлыҡҡан, һәм беҙ уларға яуап биреүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров.

Быйыл хәл итергә тейешле мәсьәләләр спектры ла шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта уларҙың иң мөһиме — МХО-ла еңер өсөн барыһын да эшләү. Яугирҙәргә һөҙөмтәле ярҙам итеү өсөн яҡшы эшләүсе иҡтисад кәрәк.

“Иҡтисад быйыл ауырлыҡтар менән осраша, улар былтырғыға ҡарағанда күпкә етдиерәк, ауырыраҡ. 2025 йыл да еңел булманы”, — тип билдәләне ул.

Әлеге ваҡытта республика властары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының кәмеү тенденцияһын күрмәй, әммә яңы статистиктар мәғлүмәттәрендә быны күренер, тип аңлайҙар, сөнки бизнесты алып барыу ҡатмарлаша. Бурыс – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың күпләп кәмеүенә юл ҡуймау. Шулай уҡ төбәктә эре предприятиеларҙың эшен һаҡлап ҡалыу мөһим. Бөгөнгө көндә бөтә ҙур предприятиелар ҙа тиерлек эшләй.

– Ҡайҙалыр ҡыҫҡартыуҙар бар, әммә беҙҙең эшһеҙлек кимәле элеккесә түбән. Хәҙер эш юҡ, тигән һорау ҙа юҡ. Беҙҙә эшләргә кеше юҡ. Шуға күрә беҙ төҙөлөш өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һәм башҡа өлкәләрҙә мигранттар эшләй, – тип аңлатты республика етәксеһе.

Хөкүмәттең 2025 йылдағы эшенә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров быйыл, элекке бурыстарҙан тыш, төбәктә яңы йүнәлештәр менән етди шөғөлләнәсәктәрен хәбәр итте. Улар араһында системалы рәүештә яһалма интеллект индереү һәм һанлы трансформация.

“Яҡын арала әлегә үҙебеҙҙә формалаштырылған ҡарарҙарҙы киң йыйылышҡа билдәләйәсәкмен, һәм беҙ был эште башлаясаҡбыҙ. Был да беҙҙең алда торған бурыстарҙы хәл итеү өсөн ҡатмарлы, сығанаҡтарға бай булмаған йылдарҙа тотроҡлоҡто һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк", — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru.

Бурыстарҙы уңышлы үтәнек
Бурыстарҙы уңышлы үтәнек
Бурыстарҙы уңышлы үтәнек
Бурыстарҙы уңышлы үтәнек
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас