Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 18:05

"Әсәйем ныҡ борсола. Юғалып ҡалды..."

Зәйнетдиндең ата-әсәһенең йорто янған...

"Әсәйем ныҡ борсола. Юғалып ҡалды..."
"Әсәйем ныҡ борсола. Юғалып ҡалды..."

 Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдиновтың (Зәйнетдин) ата-әсәһенең йортонда янғын сыҡҡан. 

Янғын улар йәшәгән күрше йортта сыҡҡан, артабан "ҡыҙыл әтәс" ата-әсәһенең йортона күскән.

"Йортто һаҡлап ҡалып булды, әммә түбәһе, солан янды. Бөтә техника соланда һаҡлана ине, барыһы ла юҡҡа сыҡты",  -ти Зәйнетдин. -" Әсәй ныҡ борсола, юғалып ҡалды. Иң мөһиме- үҙҙәре иҫән-һау", - тип яҙған ул.

Янғын осраҡтары тикшерелә. Көндәр йылытыу менән шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҡый үртәп, ут яға йә иһә йорт яндарында шашлыҡ бешерә башлаясаҡ. Шуға күрә ут менән һаҡ булығыҙ!

Фото: видеонан скриншот

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас