Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 16:00

Юғалған башмаҡтың ҡайҙа йөрөгәнен әйтә...

Тойомлау һәләте булған кешеләрҙең һеҙгә осрағаны бармы?

Юғалған башмаҡтың ҡайҙа йөрөгәнен әйтә...
Юғалған башмаҡтың ҡайҙа йөрөгәнен әйтә...

Ауыл ерендә йәшәгән кеше малына  күҙ терәп тора. Зәлифә апай менән Шакир ағайҙың көтөү сыҡҡандың тәүге көндәрендә үк башмаҡтары юғалды. Ҡайҙан ғына эҙләмәнеләр, күрше-тирә ауылдарҙа ла булдылар, ялан -туғайҙарҙы ла ҡарап бөттөләр. Башмаҡтары  һыуға төшкән һымаҡ юҡ булды. Ҡышҡылыҡҡа һуғымға тип күҙ терәп торған малдарының табылыуына өмөттәре көндән -көн һүнә барҙы.  Бер көн күрше урамда йәшәгән   Сәлимә инәйгә үҙҙәренең ҡайғыларын һөйләп алдылар. Уларҙың хәсрәтен тыңлаған оло йәштәге апай, “Миндә бер ҡатындың телефоны бар, мал-фәлән юғалһа, кеше уға мөрәжәғәт итә. Беҙгә лә ярҙам итте. Шылтыратып ҡарағыҙ әле”, - тине.

Ышаныр-ышанмаҫ ҡына телефонды яҙып алдылар. “Бер белмәгән кеше, беҙҙең башмаҡтың ҡайҙа икәнлеген нисек әйтһен инде?” тигән шикләнеү булды күңелдәрендә.

Асыҡ ҡына тауышлы ханым яуап бирҙе, малдары юғалыу хәсрәтенә батҡан хужаларға.

–Юҡҡа көймәгеҙ. Малығыҙ иҫән-һау. Ауыл көтөүен  ҡарағыҙ. Көтөү менән ҡайтып керер, – тине артыҡ күп һөйләп тормай.

“Көтөүҙе әллә нисә ҡат ҡараныҡ бит инде!”, тип ышаныр-ышанмаҫ ҡына   мал ҡаршыларға сыҡты Зәлифә апа менән Шакир ағай. Ике аҙналап ҡайтмаған малдарының көтөүҙә йөрөүенә бик шикләнә инеләр. Ҡараһалар, көтөүҙең аҙағында ғына башмаҡтары ҡайтып килеүенә иғтибар иттеләр. Башмаҡ ипләп кенә, йылға яғына ҡайырыуын күреп, хужалар уның бөгөн дә өйгә ҡайтырға уйламауын аңлап алды һәм артынан ҡыуа төштөләр. Саҡ -саҡ  ҡураларына алып ҡайтып ябып ҡуйҙылар. Көн һайын ҡайтыуына онло ризыҡтар әҙерләп, өйрәтеп алдылар. Бер-ике аҙнанан башмаҡтары көтөүҙең иң алдынан туп-тура өйгә ҡайта башланы.

Ауыр саҡтарында ярҙам иткән, изге күңелле апайҙы йыш ҡына рәхмәт әйтеп хәтергә ала таныштарым. Тойомлау һәләте булған кешеләрҙең һеҙгә осрағаны бармы?

 Автор фотоһы.    

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас