Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 20:10

“ПРОФФЕСТ” һеҙгә эш тәҡдим итәсәк

17 апрелдә Өфөлә эшкә урынлаштырыу буйынса “Рәсәйҙәге эш. Мөмкинлектәр заманы” тигән Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең төбәк этабы үткәреләсәк. Бөгөн баш ҡалала ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

“ПРОФФЕСТ” һеҙгә эш тәҡдим итәсәк
“ПРОФФЕСТ” һеҙгә эш тәҡдим итәсәк

17 апрелдә Өфөлә эшкә урынлаштырыу буйынса “Рәсәйҙәге эш. Мөмкинлектәр заманы” тигән Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең төбәк этабы үткәреләсәк. Бөгөн баш ҡалала ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

Осрашыу Өфө радиоэлектроника, технологиялар һәм хәүефһеҙлек колледжында  үткәрелде. Матбуғат конференцияһы башланыр алдынан уҡыу йорто директоры Иван Нуйкин журналистарға студенттар шөғөлләнгән оҫтаханалар буйлап экскурсия ойошторҙо.

Сарала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина һәм колледж директорының уҡыу-етештереү эше буйынса урынбаҫары Юлия Анянова бөгөнгө хеҙмәт баҙараның үҙенсәлектәре, уны заман талаптарына ярашлы үҙгәртеү өсөн ниндәй эш алып барылыуы тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Йәрминкә халыҡҡа эш эҙләү, ә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр һайлап алыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Бындай йәрминкәләр Өфөлә беренсе тапҡыр ғына уҙғарылмай. Былтырғы ошо сарала, мәҫәлән, был күләмле йәрминкә республикала 62 майҙансыҡта үтте һәм 30,7 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Көн дауамында майҙансыҡтарҙа эшлекле, әммә шул уҡ ваҡытта байрам мөхите хөкөм һөрҙө. Килеүселәр бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты, бәйләнештәр менән алмашты һәм эксперттарҙан ҡиммәтле консультациялар алды. Предприятиелар һәм ойошмалар үҙ вакансияларын тәҡдим итте. 

“Быйылғы сарала 6,5 ярым вакансия тәҡдим ителәсәк, – тине Ольга Кабанова. – Шуларҙан 3,5 мең ярым вакансия Өфө предприятиелары һәм ойошмаларынан булыр тип көтөлә. Эш тәҡдим итеүселәрҙән республиканың 444 предприятиеһы ҡатнашасаҡ”.

Өфөлә был сара “Торатау” конгресс-холының ике майҙансығында ойоштороласаҡ. Унан алда ошо йәрминкәләрҙе Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларында, Баҡалы, Бүздәк һәм Салауат райондарында үткәреү планлаштырылған.

Йәрминкә вакансиялар эҙләү буйынса ғәҙәти сара ғына булып тормай, уның маҡсаты – халыҡҡа хеҙмәт урыны табып биреүҙә генә түгел, ә аңлы рәүештә карьера траекторияһы төҙөүҙә лә ярҙам күрһәтеү. Уның майҙансыҡтарында мәшғүллек үҙәктәренең барлыҡ заманса мөмкинлектәре лә файҙаланыласаҡ.

Автор фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас