

Быйыл иртә килгән яҙ һәм аномаль йылы көндәр арҡаһында кешеләр фатирҙарҙа эҫе булыуына ялыу итә. Ләкин яҙҙың көндәре алдаҡсы, ә бер һүндерелгән йылыны, кәрәк тип кенә кире тоҡандырып булмай. Шуға күрә влапстар был мәсьәләне уйлап хәл итә.
Был хаҡта һөйләшеү Хөкүмәт кәңәшмәһендә лә күтәрелде. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың 42 муниципалитетында йылытыу миҙгелен апрелдең икенсе яртыһында тамамлау күҙаллана. Тағы 18 районда һәм ҡалала майға тиклем йорттарға йылы биреләсәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала йылытыу мәсьәләләре буйынса республика халҡынан 164 мөрәжәғәт килгән.
119 осраҡта кешеләр йылы биреүҙе туҡтатыуҙы, 32 осраҡта, киреһенсә, йылытыу миҙгелен дауам итеүҙе һорай. Әлегә йылытыу миҙгелен Башҡортостандың бер муниципалитеты – Мәләүез районында ғына тамамланылар.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.