Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 21:10

Килендәшем үҙенең балаларын айырып ашата

Минекеләр уларҙың билмән ашағанын ишек төбөндә ҡарап, көтөп торған. Балаларым ошо хаҡта һөйләгәс, шул тиклем йәнем көйҙө... 

Килендәшем үҙенең балаларын айырып ашата
Килендәшем үҙенең балаларын айырып ашата

“Ҡәйнәм менән ҡайнымдың ике улы бар. Өлкәне – минең ирем. Беҙ ҡалала йәшәйбеҙ, ҡәйнеш менән килендәш ауылда төпләнде. Беҙҙә – ике, уларҙа өс бала үҫә. Үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәргә, байрамдарҙы бергә үткәрергә тырышабыҙ. Балалар ҙа бер-береһе менән аралашып, бергә уйнап үҫә.

Беҙ ауылға йыш ҡайтырға, ҡайны-ҡәйнәгә ярҙам итергә тырышабыҙ, сөнки уларҙың да ярҙамын тоябыҙ. Ҡәйнеш менән апһындың үҙҙәренең хужалығы ҙур, етеш, матур йәшәйҙәр. Тик бына ошо каникулда күңелһеҙ, улай ғына түгел күңелемде ҡырған хәл булды.

Каникул башланыу менән улым менән ҡыҙымды өләсәй-олатай янына илттек. Өлкәненә – һигеҙ, бәләкәйенә биш йәш. Бер аҙнанан, йәғни каникул тамамланыуға, алырға тип барҙыҡ, үҙебеҙ ҙә ауылда ике көн булдыҡ.

Мин йылы, матур көндән файҙаланып, түшәк-ҡаралтыны елләтеп, өй таҙалап алырға булдым. Улым менән ҡыҙым килендәштең балаларына уйнарға китте. Ҡәйнәм менән икәүләп эшләнек, шулай ҙа төшкө ашҡа һуңлабыраҡ киттек. Шул ваҡыт туптырлашып балаларым ҡайтып инде.

– Өләсәй, әсәй беҙ асыҡтыҡ, ҡасан ашайбыҙ? – тине өлкәне. “Хәҙер, хәҙер!” тип ҡәйнәм ризыҡ яраштыра башланы.

Аш артында бәләкәсем: “Ә Айлиналар бөгөн билмән ашаны, беҙ ағай менән ҡарап торҙоҡ. Әсәй, минең дә билмән ашағым килә”, - тигәйне, саҡ сәсәп ебәрмәнем.

– Нишләп ҡарап торҙоғоҙ? Ҡайтырға ла китергә ине, - тием.

– Беҙ көтөп торҙоҡ-торҙоҡ та шунан ҡайтып киттек, - ти улым.

Ҡәйнәм менән ҡайным өндәшмәне, беҙ ҙә һүҙҙе ҡуйыртманыҡ. Шулай ҙа күңелгә ныҡ ҡыйын булды. Ике балаға бишәр бөртөк билмән бүлеп биргәндән бөлөп китмәй бит инде килендәш. Ҡәйнеш эштә, өйҙә булһа, бәлки, ул улайттырмаҫ ине. Ә бит мин ҡәйнәмдәрҙә саҡта нимә бешерһәм дә, балаларҙы айырмайынса, барыһын да ултыртып һыйлайым. Уларға тип күстәнәсте лә айырым алып киләбеҙ.

Уф... Килендәштең балаларының билмән ашағанын ишек төбөндә көтөп торған балаларымды күҙ алдына килтерһәм, әле лә ҡыйын булып китә... Юҡ, балаларым билмән ашауға мохтаж булып йәшәмәй, күпме теләйҙәр, шул сама ашата алабыҙ. Ә шулай ҙа... Нимә был, һаранлыҡмы? Белекһеҙлекме? Ҡаты күңеллелекме?

Ризыҡ өсөн талашып, килендәш менән ара боҙғо килмәне  инде, шулай ҙа хәтер ҡалды... Ә һеҙ минең урында булһағыҙ,  нимә эшләр инегеҙ?

Гөлсинә”.

(Социаль селтәр аша ебәрелгән хаттан).

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас