Йәмғиәт
7 Апрель , 12:30

Был төбәктәрҙе үҫтереү мөһим

Радий Хәбиров Урал аръяғы муниципалитеттары башлыҡтары һәм Әбйәлил районы эшҡыуарҙары менән осрашты. 

Был төбәктәрҙе үҫтереү мөһимБыл төбәктәрҙе үҫтереү мөһим
Был төбәктәрҙе үҫтереү мөһим

7 апрелдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы муниципалитеттары башлыҡтары менән осрашты. Көн тәртибендә – ошо территорияның ҡала һәм райондарының социаль-иҡтисади үҫеше перспективалары.

Урал аръяғында 400 меңгә яҡын кеше йәшәй, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Бында бөтә Башҡортостан иҡтисадына өлөш индергән эре сәнәғәт производстволары тупланған.

Беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, уҙған йылда ғына Урал аръяғы предприятиелары 185 миллиард һумлыҡ үҙ продукцияһын тейәп оҙатҡан, был 2024 йыл күрһәткестәренән 4,3 процентҡа күберәк, тип өҫтәне. Бында Йылайыр, Хәйбулла ,Ейәнсура, Әбйәлил һәм Учалы райондары, шулай уҡ Сибай ыңғай динамика күрһәтә.

Осрашыуҙа Урал аръяғында ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы, социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса пландар, башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

– Урал аръяғы беҙҙең өсөн бик мөһим биләмә. Был беҙҙең тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, кешеләребеҙ, – тине Радий Хәбиров фекер алышыу йомғаҡтары буйынса. – Мөһим темалар буйынса фекер алыштыҡ. Мин һәр башлыҡтан иң проблемалы нөктәләрҙе билдәләүен һораным. Ҡайҙалыр һыу менән тәьмин итеү менән бәйле ҡатмарлыҡтар, ҡайҙалыр ФАП төҙөргә, башҡа хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Был мәсьәләләр менән планлы рәүештә шөғөлләнәсәкбеҙ.

Асҡарҙа Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Әбйәлил районы эшҡыуарҙары менән бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уның власть органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү темаларын тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республикала эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа артҡан һәм 153 меңгә еткән.

– Бизнес ҡатмарлы шарттарҙа эшләй. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан уны үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе булдырырға тырышабыҙ. Инвестиция проекттарын оҙатып барабыҙ, дәүләт ярҙамы сараларын алыу, шул иҫәптән ер участкаларын ҡуртымға алыу тәртибен ябайлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе һәм тейешле йөкләмәләр бирҙе.

– Әбйәлил районы перспективалы төбәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Бында бизнес һәр саҡ әүҙем, эшләй белә. Шуныһы мөһим, муниципалитет башлығы бизнес-берләшмәне мобилизациялай, уға яҡшы динамика бирә алды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас